Нимә табам-өйөмә алып ҡайтам

Нимә табам-өйөмә алып ҡайтам 29.10.2015

Халыҡта ошондай холоҡло кешеләр йүнсел, ғаилә аҫыраусы тип һанала. Ләкин ғәҙәттең кире яғы ла бар. Һүҙ Плюшкин синдромы эйәләре тураһында. Салауат ҡалаһының Октябрьский урамында йәшәүсе ҡатындың фатирын таҙартырға коммуналь хужалыҡ ярҙам итә. Был юҡҡа ғына түгел, ханым торлағына урамдағы урналарҙан бер туҡтауһыҙ әйбер ташый.  Яңыраҡ уның өйөнән 8 йөк машинаһы сүп-сар сығарылған.     

Коммуналь хеҙмәттәрҙең 4-се ҡаттан сүп-сар ташлауы ғәҙәти булмаған күренеш. Иҫке әйберҙәр, тимер-томор йөк машинаһына бер нисә сәғәт эсендә тултырыла. Фатир сүп-сарҙан яңыраҡ ҡына таҙартылһа ла, бер нисә көн эсендә уны хужаһы тағы ла кәрәкмәгән әйберҙәр менән тултыра.  
Алексей Елистратов, Салауат ҡалаһының 13-сө  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы мастеры: «Ҡалған сүп-сарҙы сығарыу өсөн ҡатын беҙҙе фатирына ла индермәй. Уны талауҙа ғәйепләй. Йәнәһе, беҙ уның өр-яңы әйберҙәрен  урлағанбыҙ. Аптырағас,  хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иттек. Шулай уҡ санэпидемстанция хеҙмәткәрҙәрен дә саҡырасаҡбыҙ. Сөнки ул йәшәгән шарттар ҡот осҡос».
Бер бүлмәле фатир йылдар буйы йыйылған сүп-сар менән тулған. Урналарҙан иҫке әйберҙәрҙе йортона ташыусыларҙы халыҡ телендә Плюшкин тип йөрөтәләр. Ул ошо психик сирҙән яфалана,  тигән фекерҙә ҡатындың күршеләре. Ханымдың торлағынан подъезға, күрше фатирҙарға таралған насар еҫтән биҙеп бөткән улар. Ләкин бер нәмә лә эшләй алмайҙар.
Ольга Лаврентьева, Октябрь урамы 60-сы йортта йәшәүсе: «Биш йыл элек фатирын таҙартҡайнылар. Ләкин һаман сүп-сар йыйыуын дауам итә. Беҙҙең фатир уның торлағы аҫтында. Шуға ла беҙгә түбәнән насар еҫле шыйыҡса аға. Бик агрессив кеше ул. Уртаҡ тел таба алмайбыҙ. Ауырыу тип табылмаған икән, үҙенең ҡылыҡтары, беҙгә әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирергә тейеш».
Ҡатын менән һөйләшеүе ауыр. Күршеләре әйтеүенсә, ул улы менән йәшәй. Ҡайһы берҙә фатиры сүп-сар менән тулһа подъезда йоҡлай. Үҙенә яҡын туғандары ла ярҙамға килмәй, тип зарлана улар.
Фатир таҙартылмағанлыҡтан, йыш ҡына  һыу системаһында авариялар теркәлә, унда үрсегән бөжәктәр күршеләргә күсә һәм башҡалар... Ләкин коммуналь хеҙмәткәрҙәр торлаҡҡа инә алмай. Сөнки ул шәхси майҙан, тип иҫәпләнә. Йыш ҡына ҡатын бикләнеп, бер кемде лә фатирына индермәй. Йортта йәшәүселәр проблеманы нисек хәл итергә лә белмәй.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку