Никах йорто Баймаҡта 24.08.2016

Һуңғы биш йылда районда халыҡты хеҙмәтләндереүгә ыңғай йоғонто яһаған бик күп социаль объекттар - мәҙәни, мәғариф учреждениелары, торлаҡ йорттар сафҡа инде.  Яңы никах йорто ла шулар рәтендә. Өс йыл элек урындағы механика-ҡойоу заводының буш торған клуб бинаһына яңы һулыш инде. Бөгөн Никах йортонда райондың ғына түгел, күрше Урал аръяғы төбәге йәштәренең дә законлы туй тантаналары  уҙа. Ә быға тиклем урындағылар был сараларҙы күрше ҡалала ойоштороуҙо хуп күрә ине.

Роза Әхмәрова гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегенең тәжрибәле белгесе. Бөгөн ЗАГС хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙе законлы никахҡа теркәү эше менән генә түгел, ә бер нисә йүнәлештә дәүләт хеҙмәтен башҡара. Уллыҡҡа алыу, тыуым һәм үлеү тураһында таныҡлыҡтар биреү, архив фондын тулыландырыу һәм башҡа документтар тултырыу - бүлектең төп бурыстарының береһе. Никах йортоноң уңайлы шарттары урындағыларҙы сифатлы хеҙмәтләндереүгә булышлыҡ итә.
Яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаилә - Айгөл менән Фидан Әбсалиҡовтар ғүмерҙәренең иҫтәлекле көндәре - законлы никах туйҙарын билдәләй. Тантананың яҡты, матур бинала үтеүе йәштәрҙең байрамын тағы ла күркәмләндерә.  
Никах йортонда аҙнаһына тиҫтәнән ашыу тантаналы туйҙар ойошторола. Ағымдағы йылдан  алып,  был сараларҙы аҙнаның һәр көнөндә үткәреү мөмкинлеге бар. Быйыл ике йөҙҙән ашыу йәш парлашҡан, шулай уҡ оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән, алтын туйҙарын билдәләгән өс ғаилә тәбрикләнгән.
Илебеҙҙең бәләкәй генә бер дәүләте ошондай матур бинала барлыҡҡа килеүе ыңғай күренеш. Сөнки һәр кем өсөн  был ғүмер байрамы яҡшы шарттарҙа һәм иҫтәлекле булып үтеүе мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика