Ни өсөн коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта?

Ни өсөн коммуналь хеҙмәттәргә  хаҡ арта? 17.10.2014

Һуңғы ваҡытта республикала тарифтар үҫеү сәбәпле, ялыуҙар йышайған. Был турала   тарифтар буйынса дәүләт  комитеты ағзалары журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе.  

Һуңғы 2 айҙа ғына тарифтар буйынса комитетҡа меңдән ашыу кеше ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Халыҡты бигерәк тә эҫе һыуға хаҡтар артыуы борсой. Быйыл июнь башында ул 38 процентҡа, ә июлдә тағы ла 10 процентҡа артҡан. Хаҡтар халыҡтың кеҫәһенә һуғырға тейеш түгел, шул уҡ ваҡытта коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән аҡса йылылыҡ селтәрҙәрен төҙөкләндереүгә етмәй. «Өфөводоканал» етәкселәре белдереүенсә, предприятие өсөнсө йыл инде табышһыҙ эшләй. Шуға ла йыйылған бурыс миллиард һумдар менән баһалана.

Асҡар фәйзуллин, «ӨФӨВОДОКАНАЛ» предприятиеһы етәксеһе: «Әлеге тарифтар буйынса түләнгән аҡса беҙгә йылылыҡ селтәрҙәрен төҙөкләндереүгә етмәй. Закон буйынса, беҙ йыл һайын уларҙың 5 процентын төҙөкләндереп торорға тейешбеҙ. Был нормативтар тарифтарҙа иҫәпкә алынырға тейеш. Милек хужалары менән йыйылыштар уҙғарыуы ауыр». 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку