Нефтекамала мәктәп уҡыусылары араһында пневматик ҡоралдан атыу буйынса ҡала ярыштары үтте 14.11.2016

Бындай хәрби-патриотик сара йылына өс тапҡыр ойошторола. Сираттағыһында  6-8 синыф уҡыусылары, барлығы етмеш үҫмер үҙ көсөн һынап ҡараны. Мәргән атыусылар рәтендә кадет синыфында белем алыусы ҡыҙҙар ҙа булды. Күбеһе киләсәген тәфтишсе, хоҡуҡ һаҡсыһы һөнәре менән бәйләргә теләй.

Бәйгене ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта. Биш зачетты үҙ эсенә алған  шәхси беренселектә һәм дөйөм команда иҫәбендә иң яҡшылар билдәләнде, уларға дипломдар тапшырылды.
Рим Әсләхов, ярышты ойоштороусы, Нефтекаманың 11-се урта мәктәбе уҡытыусыһы: «Уҡыусыларҙың атыу буйынса тәжрибәләре аҙ. Күбеһенең буйҙары винтовка менән бер. Шулай ҙа өлкәнерәк синыфтарға еткәс, практик дәрестәрҙә мәргәнлеккә таһыллыҡтарын арттырырҙар тип уйлайбыҙ. Ярыштың һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика