Нефтекама ҡалаһының өсөнсө мәктәбендә Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Әлфир Айытов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Нефтекама ҡалаһының өсөнсө мәктәбендә Чечен Республикаһында хәрби бурысын  үтәгәндә һәләк булған Әлфир Айытов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды 16.02.2015

Әлфир Айытовтың ғүмере бынан  20 йыл элек  яңы йыл төнөндә Грозный ҡалаһында өҙөлә. 20 йәшлек егет тормошондағы тәүге һәм һуңғы ҡаты алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн, үҙе үлгәс Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Яҡташтары Әлфирҙең батырлығын онотмай. Быға тиклем ул уҡыған мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылһа, ошо көндәрҙә һалдаттың исеме белем усағына бирелде.

Ҡаланың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы тырышлығы менән  һалдат иҫтәлегенә быға тиклем ҡуйылған таҡтаташҡа уның исеме яҙылып, фотоһүрәте лә ҡуйылды. Ошондай уҡ иҫтәлекле таҡтаташтар ҡаланың башҡа мәктәптәрендә лә урынлаштырылды.  Шамил Хәлитов, Нефтекама ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Әлбиттә, был күңелһеҙ ваҡиға. Ләкин йәштәр ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш. Ҡала халҡы батырҙарын онотмай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку