Нефтекама ҡалаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың һуңғы көндәрҙә генә дүрт йөҙҙән ашыу осрағы теркәлгән

Нефтекама ҡалаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың һуңғы көндәрҙә генә дүрт йөҙҙән  ашыу осрағы теркәлгән 31.03.2015

Шул иҫәптәге водителдәрҙән 19 кеше эсеп тотолған.

Ҡайһы бер водителдәрҙең документтарын ҡарау ғына етмәй. Шикле күренгәндәре алкотестер ярҙамында айыҡлыҡҡа тикшерә. Нефтекамала рулдә иҫерек йөрөгәндәрҙе асыҡлау өсөн генә  үткәрелгән сираттағы рейдта  40 инспектор ҡатнашты.
Ридаль Йыһаннуров, ЮХХДИ-ның Нефтекама  бүлеге етәксеһе:
«Эскән килеш рулдә йөрөүселәрҙе асыҡлау өсөн аҙнаға бер тапҡыр профилактик рейд үткәрелә. Ауыҙынан хәмер еҫе килеп торғандар бер төн эсендә генә 10 кеше булып китте. Уларға бирелгән штрафтарҙы бергә ҡушһаң 30 мең һум килеп сыға».
Нефтекама ҡалаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаны  өс ай эсендә 5 меңгә етте. Уларҙың ике йөҙ иллеһе эскән булып сыҡты. Иҫереклеге иҫбатланған кеше шунда уҡ водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Бынан тыш аварияға килтереүсе сәбәптәр ҡараңғы урамдар йә йәйәүлеләрҙең иғтибарһыҙлығына ғына бәйле түгел. Юлдарҙағы соҡорҙар ҙа водителдәр өсөн үҙе бер бәлә.
Владимир Черных,  ЮХХДИ-ның Нефтекама бүлеге өлкән инспекторы: «Иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ул юлдарҙы ремонтлау.Был эш өсөн яуаплы предприятиелар етәкселәренә беҙ иҫкәрмәләр ебәрәбеҙ. Ҡалған эште суд хәл итә».
Профилактик эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары йыш ҡабатлана. Машинала ҡайыш таҡмай йөрөүселәргә ҡарата бер аҙнала 60 протокол тултырылған. Йәш балаларын креслоһыҙ йөрөткән 20 водителгә лә штраф квитанциялары  тапшырылды.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку