Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе бер «йүнсел»  зәңгәр яғыулыҡ урлаған 01.08.2014

Шәхси йорт хужаһы рөхсәтһеҙ рәүештә газ үткәргестәргә торбалар тоташтырған.

Баҡтиһәң, йортта 2006 йылда уҡ яғыулыҡ өсөн түләмәгәнлектән газ һүндерелгән. Хужа бурысын түләүҙән баш тартып законһыҙ юл менән өйөн йылытырға булған. Га үткәргестәргә йәшерен торбалар тоташтырып бер нисә йыл бушлай зәңгәр яғыулыҡ менән файҙаланған. Уның мутлығы ремонт барышында ғына асыҡланған. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, ә газ менән тәьмин итеүсе компания күрелгән зыян күләмен барлай.
Валентин Кунгуров, газ үткәреү ойошмаһы мастеры: «Газ торбалары бағаналарын ремонтлаған ваҡытта сит штуцер күреп ҡалдыҡ. Уға шланг тоташтырылып торбалар эсенән йортҡа газ һуҙылған. Буйлап барып кемдең эше икәнлеген асыҡланыҡ. Урлашыу бер, ә бына шланг тишелеп газ шартлаһа һөҙөмтәләр ҡот осҡос булыр ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика