Нефтекама ҡалаһы ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә

Нефтекама ҡалаһы ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә 13.08.2014

Торлаҡ һәм эшкә урынлаштырыу  мәсьәләләре лә уңышлы хәл ителә. Урындағы ағас эшкәртеү комбинаты, мәҫәлән, ҡасаҡтарҙың хәленә инеп, тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙған.

Әмзә ағас эшкәртеү комбинаты Украина ҡасаҡтарын үткән айҙа уҡ эш менән тәьмин итә башланы. Бынан тыш, предприятие етәкселеге уларға торлаҡ мәсьәләһе һәм матди ярҙам күрһәткән. Әлеге ваҡытта комбинатта яңы вакансиялар асылған.
Рөстәм Туғышев, Әмзә ағас эшкәртеү комбинаты етәксеһе: «Әлеге ваҡытта беҙ ике ғаилә һәм биш кешене ҡабул иттек. Тағы ла ун ғаиләне эшкә урынлаштырыу планлаштырыла. Ҡасаҡтарҙың йәшәү шартын яҡшыртыу ҙа яйға һалынған. Ҡасаба инфраструктураһына килгәндә, урында дауахана, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм спорт кеүек объекттар бар».
Олег Ханин Лугансктан Нефтекама ҡалаһына  ғаиләһе менән күсеп килгән. Кәрәкле документтар тиҙ арала хәл ителгәс, автослесарь булып эшкә урынлашҡан. Хәҙер инде ул урындағы комбинатта  айҙан ашыу эшләй. Ханиндар ғаиләһе тыуған иленә әле генә ҡайтырға ашыҡмай, шуға ла яңы урынға яраҡлаша.
Олег Ханин, мәжбүри күскенсе: «Беҙ бында 5 июндә үк килдек. Ағас комбинаты етәкселеге эш менән тәьмин итте, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итте. Үҙем  автослесарь, ә тормош иптәшем - ҡаҙанлыҡ операторы».
Әмзәлә ҡасаҡтар өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Балалар баҡсаһы, мәктәп, дауахана ла эргәлә. Өҫтәүенә, урындағы етәкселек бар донъяһын ташлап китергә мәжбүр булған кешеләрҙе ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен дә ыңғай хәл итә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку