Наталья Ковшова тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта 02.05.2017

Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған снайпер ҡыҙҙың һүрәте Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге туғыҙ ҡатлы йорт диуарын биҙәйәсәк.

Наталья Ковшованың портреты  Герой исемен йөрөткән урамдағы туғыҙ  ҡатлы йорттоң фасадында урын аласаҡ. Ул 340 квадрат метр майҙанды биләй. Рәссамдар батыр ҡыҙҙы фоторәсеме буйынса кәүҙәләндерә. Әле эш башланып ҡына тора. Әйткәндәй, граффитти сәнғәте Өфөлә тәүге тапҡыр ғына ҡулланылмай, баш ҡалала йорт стеналарын  Юрий Гагарин, Георгий Жуков, Муса Гәрәевтың  портреттары биҙәй.  Белгестәр фекеренсә,  һуғыш ҡаһармандарын һынландырыу бигерәк тә йәш быуын өсөн әһәмиәтле, стеналағы ҙур портретҡа ҡарап бәләкәй балала ла был шәхескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуасаҡ. Быуындар күсәгилешлеге, тарихҡа һөйөү-ихтирам ошондай сараларҙан башлана ла инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика