Наркотиктарҙы рекламалаған сайттарҙы ябырға!

Наркотиктарҙы рекламалаған сайттарҙы ябырға! 30.09.2015

Бөгөн Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы йәмәғәт советы ултырышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Белгестәр фекеренсә, насар ғәҙәттән сәләмәт тормош ҡына аралай ала. Был йәһәттән йәмәғәт советы иҫкәртеү сараларын даими ойоштора. Мәҫәлән, яҡын киләсәктә республикала яңы социаль проект эшләй башлауы ихтимал. Ул изгелек ҡылыуға, башҡаларға мәрхәмәтлек күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Йәғни, теләге булған һәр кем бер-береһенә яҡшылыҡ күрһәтә ала.

Данияр Абдрахманов, Рәсәй наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы рәйесе: «Беҙ халыҡты үҙебеҙҙең  проект менән таныштырырға теләйбеҙ. Проект республикала киң йәйелдереләсәк. Яҡшылыҡҡа өндәгән программа статистикала ла ыңғай сағылыш табыр тип ышанабыҙ».
Иҫкәртеү сараларына ҡағылышлы фекер алышыуҙа урындағы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты менән Рус православие сиркәүе митрополияһы ла  әүҙем ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел улар наркоконтроль хеҙмәт менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән килешеү төҙөгәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика