Наркотиктарға ҡаршы көрәш

Наркотиктарға ҡаршы көрәш 04.02.2015

Өфөлә тыйылған препараттар менән сауҙа итеүсе ир ҡулға алынды. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тентеү барышында ул йәшәгән фатирҙа дөйөм ауырлығы алты килограммлыҡ стероидтар табылған. Препараттар масхус шкафта һаҡланған. «Ҡара баҙарҙа» уларҙың хаҡы ярты миллион һумдан аша.

Спайс, ағыулы үләндәр ҡатнашмаһын бер тапҡыр ғына ҡулланған кеше, артабан ни ҡыланғанын да белмәй. Был күрше Магнитогорск ҡалаһында төшөрөлгән видеояҙма, кешенең спайстан ағыуланыуы билдәле. Ә был ҡыҙ баҫҡыстан  йөҙтүбән барып төшә... Спайсҡа бәйле бәхетһеҙ осраҡты былтыр көҙ Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Нефтекама ҡалаһында теркәлгән ваҡиғаны миҫалға килтереү ҙә етә. Тилерткес матдәнән 39 кеше ағыуланды, биш кешенең ғүмере өҙөлдө.
«Балыҡ еме», «төнәтмә», «ванна өсөн тоҙ» - синтетик наркотиктар тап ошо исем аҫтында йәшерелгән дә инде. Интернет селтәре генә түгел, реклама йәмәғәт күп йөрөгән урындарҙа ла һәйбәт эшләй. Асфальт юлдарҙа, йорт стеналарында, подвалдарҙа спайс, тоҙ һәм микстар тәҡдим иткән иғлан-яҙыуҙар аҙым һайын тиерлек. Бөгөн баш ҡаланың йәмәғәт ойошмалары, юғары уҡыу йорттары студенттары менән берлектә тилерткес матдәләргә ҡаршы акция ойошторҙо. Бер төркөм йәштәр аҡ буяуҙар менән баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһе урамдары буйлап үтте.
Рим Зинәтуллин, йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы: «Әлбиттә, иғлан ҡалдырыусыларҙы күреп, был миңә ҡағылмай тип битараф ҡалыу мөмкин түгел. Ә иҫкәртмә яһау кәрәк. Исмаһам, тыйыуҙар әҙме-күпмегә булһа ла наркотиктар әйләнешен туҡтатырға булышлыҡ итер ине».
Әйткәндәй, яңыраҡ тыйылған препараттар һатыуҙа ғәйепләнгән Өфө юғары уҡыу йорттарының береһендә физкультура уҡытыусыһы һәм фитнес үҙәгендә тренер булып эшләүсе ир ҡулға алынды. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен күҙәтеүҙә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре уның фатирын тентеү барышында 5 мең ярымдан ашыу таблетка һәм 1000 ампула анаболик стероидтар тартып алған. Фитнес-тренер әйтеүенсә, препараттарҙы ул шәхси ҡулланыу һәм һатыу өсөн дә тотҡан. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары  наркотиктар сауҙа иткән, әҙерләгән, һаҡлаған, ҡулланған урындар хаҡында берәй мәғлүмәт белгән осраҡта «Ышаныс телефоны»на шылтыратыуҙы һорай. Телефон һандарын һеҙ экранда күрәһегеҙ. (8-347) 250-20-30, 8-800-347-20-30.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика