Наркотиктарға ҡаршы күмәк көс менән

Наркотиктарға ҡаршы  күмәк көс менән 08.08.2015

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу  буйынса федераль хеҙмәттең  Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Рус православие сиркәүенең урындағы метрополияһы араһында килешеү төҙөлдө.

Уға ярашлы, күмәкләп психотроп матдәләрҙе, наркотиктарҙы таратыу, ҡулланыуға ҡаршы профилактик  саралар күреү ҡаралған. Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, йәштәрҙе әхләҡи тәрбиәләү күҙ уңында тотола. Наркотик ҡулланыусыларҙы реабилитациялау һәм реабилитациянан һуң ярҙам күрһәтеү ойошторола. Был йәһәттән, эшсе төркөм булдыралып социаль программалар тормошҡа ашырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика