Наркоманияға тәүге аҙым

Наркоманияға тәүге аҙым 30.09.2015

Һатыуҙа ирекле булған насвай ҡорбаны булыр өсөн күп тә кәрәк түгел. Тәмәке, спиртлы эсемлектәрҙән айырмалы рәүештә, сәләмәтлеккә зыянлы матдәне еңел һәм тиҙ генә һатып алырға мөмкин.

Билдәһеҙ булып ҡалыуҙы һораған ҡатынды аңларға мөмкин. Яңыраҡ ул ҡыҙының сумкаһында ошо бәләкәй төргәкте таба. «Нимә был?» тигән һорауға ла үҫмерҙең яуабы ҡыҫҡа була: «Уны барыһы ла сәйнәй. Хаҡы ла ҡиммәт түгел. Кәйефең төшмәһен».
Ҡатын синыф етәксеһенә шылтырата һәм был «яңылыҡ»тың сер булмауын асыҡлай. Белем усағы коллективы ла күрше йортта насвай һатылыуын күптән белә икән. Тик ни өсөндөр быға ҡаршы бер ниндәй ҙә саралар күрелмәгән.
Беҙ иҫкәртеү сараларын даими үткәрәбеҙ. Тәмәке тартыуға, наркотиктарға ҡаршы аҙналыҡтар ойошторола. Үҫмерҙәр насвайҙы ҡулланмаһын тигән теләктәбеҙ, бының өсөн намыҫһыҙ сауҙагәрҙәрҙең эшмәкәрлегенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
Белем усаҡтарында даими профилактик акциялар уҙғарыла. Педагогтар үҫмерҙәрҙе дөрөҫ юлдан барырға, тәртипкә әйҙәй.  Ләкин һәр кемдең тәрбиәһе генә бер үк түгел шул. «Тәмәке»не кәнфиткә алмаштырыу кеүек сараларҙы ла ҡайһы берәүҙәр көлкөгә ҡора башлай. Ә бит насвай ҡулланыусылар яман шешкә тарыуы ихтимал. Ауыр хәлдә токсикология бүлегенә, реанимацияға эләгеүселәр етерлек.  
Ата-әсәләр рөхсәте менән беҙ эксперимент эшләп ҡарарға булдыҡ. Ун йәшлек малайҙар был продукт менән сауҙа итеүселәргә юлланды. Бер минут та үтмәй, балаларҙың ҡулына кескәй төргәк эсендәге ағыу эләгә.
Полиция хеҙмәте лә был мәкерле урынды урап сыға. Оператив-тикшереү эштәре барышында 48 төргәк тартып алына. Ойошма хеҙмәткәрҙәренә административ яуаплылыҡ янай. Шулай ҙа әгәр махсус экспертизанан һуң,  насвай составында наркотик матдә табылһа, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ, - ти хоҡуҡ һағындағылар. Балалар өсөн күңел асыу, сауҙагәрҙәргә килем сығанағы, Һөҙөмтәлә - ата-әсәләр яфалана. Ә бит насвайҙан наркоманияға тиклем күп тә ҡалмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика