Әмзә урман комбинаты хеҙмәткәрҙәре, Яңы йыл етеп килгәндә лә октябрь айы өсөн эш хаҡын ала алмай

Әмзә урман комбинаты хеҙмәткәрҙәре, Яңы йыл  етеп килгәндә лә октябрь айы өсөн эш хаҡын ала алмай 03.12.2014

Ул ғына ла түгел, ризаһыҙлыҡ белдереүселәрҙе эштән бөтөнләй ҡыуыу менән янайҙар, имеш. Предприятиела эшләүселәр бер нисек тә ғәҙеллек таба алмағас республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә Әмзәгә тикшереү менән Башҡортостандың Хеҙмәт инспекцияһы вәкилдәре юллана.

Март аҙағында Әмзә урман комбинаты хеҙмәткәрҙәре эш ташлап ҡаршылыҡ акцияһына сыға. Эшселәрҙең талабы ябай - улар хеҙмәт хаҡы алырға теләй. Тик ошондай ҡәтғи сараларҙан һуң ғына халыҡ ҡулына  аҡса ала.  
Әмзә урман комбинаты Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә тармаҡ алдынғыһы һанала. Предприятие ағас, ыҫмала, күмер, төрлө кислоталар етештерә. Комбинат продукцияһы сит илгә лә әүҙем һатыла. Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәр эш хаҡын ваҡытында ала алмай.  
Был хәлдән арыған халыҡ ахыр сиктә, республика етәксеһенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Рөстәм Хәмитов осраҡ буйынса тикшереү үткәреүҙе талап итә. Ошо маҡсатта комбинатҡа Башҡортостандың хеҙмәт инспекцияһы юл ала. Инспекторҙар предприятие эшендә байтаҡ етешһеҙлектәр булыуын асыҡлай.
Татьяна Астрелина, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе: «Ысынлап та, беҙ башлаған тикшереү урман комбинатында эш шыма түгел икәнлеген күрһәтте. Тәү сиратта, эш хаҡы күләме бәләкәй, бынан тыш, ул ваҡытында түләнмәй. Тағы ниндәй етешһеҙлектәр табыласағын ваҡыт күрһәтер. Әле беҙ административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатабыҙ».
Ваҡытында түләнмәүсе эш хаҡынан тыш комбинатта эшләүселәрҙе башҡа мәсьәләләр ҙә борсой. Әйтеүҙәренсә, инде ике йыл уларға махсус эш кейеме бирелмәй. Ә бит кешеләр хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләй. Бынан тыш, ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр менән оҙаҡ һөйләшеп тормайҙар, ти предприятие хеҙмәткәрҙәре. Ә бит һәр кемдең ғаиләһе, балаһы бар.
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, комбинат етәкселеге киләсәккә өмөт менән ҡарай. Күптән түгел улар яңы тауар һатыу баҙарына сығыуға ирешкән, етештерелгән продукция ассортименты ла киңәйтелә тип  аңлата комбинаттың генераль директоры Рөстәм Төгөшев.
Рөстәм Төгөшев, Әмзә урман комбинаты генераль директоры: «Һуңғы арала иҡтисади шарттар киҫкенләшә бара. Бынан тыш, ҡыш айҙары предприятие запас менән ағас етештереүгә тотона. Байтаҡ тауар һатылмай ята. Шуға ла килем юҡ. Был хәлде барыбер хәл итәсәкбеҙ».
Ысынлап та, боҙ урынынан ҡуҙғалған кеүек. Предприятие октябрь айы өсөн эш хаҡын бирә башлаған. Әкренләп булһа ла совет осоронда уҡ алынған ҡорамалдарҙы яңыртыу бара. Тимәк, Әмзә ауылы өсөн берҙән-бер тиерлек эш урыны булған комбинаттың киләсәге бар.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика