Әмзә урман эшкәртеү комбинаты хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ала алмауы тураһында хәбәр иткәйнек инде

Әмзә урман эшкәртеү комбинаты хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ала алмауы тураһында хәбәр иткәйнек инде 20.12.2014

Мәсьәлә менән республика етәкселеге лә ҡыҙыҡһынды. Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов комбинат етәкселегенә ике аҙна эсендә халыҡҡа аҡсаны түләргә тигән күрһәтмә бирҙе.

Ике аҙна элек Яңауыл, Краснокама райондарына эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Әмзә урман эшкәртеү комбинаты эшселәре менән дә осрашҡайны. Төбәк етәксеһенең предприятиеға юл тотоуы хеҙмәткәрҙәргә ике ай самаһы эш хаҡы түләнмәүгә лә бәйле ине. Эшселәргә булған  бурысты оператив рәүештә үткәрелгән тикшереү ҙә  иҫбатланы, комбинат етәкселегенә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ике аҙна ваҡыт бирелде.
Рәмилә менән Артур Ихсановтар башҡа ғаиләләр кеүек Яңы йыл мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Байрам табыны әҙерләргә, бүләктәр алырға кәрәк. Оҙаҡ тотҡарлыҡтан һуң комбинатта эшләүсе хужабикә ҡулына аҡса ала-алыуын, тик сығымдар ҙа күп ти ҡатын.
Рәмилә Саматова: «Өҫтәл әҙерләргә кәрәк, яҡындарға бүләктәр алырға ла теләгәйнек, тик ике кредит түләнмәгән, тағы коммуналь түләүҙәр..Нисек аҡса еткерербеҙ әле белмәйем».
Урындағы төп эш биреүсе иҫәпләнгән комбинатҡа күҙ төбәп тороусылар байтаҡ. Шул иҫәптән  Биктуғановтар ғаиләһе. Оҙаҡ көтөп алынған эш хаҡы магазинға бер барып килеүгә генә етә тиһәң дә була ти улар. Етмәһә, эш кейемен үҙеңә һатып алырға тура килә.
Республика Президенты килгәндән һуң комбинат, ысынлап та, октябрь айы өсөн тулыһынса иҫәпләшкән, ноябргә эш хаҡы  яртылаш түләгән. Ә бына эш кейемен бында әле һаман бер кем дә күрмәгән.
Шул уҡ ваҡытта комбинатта эш ҡайнай. Тик тороусы цех юҡ, ағас килеп тора, күмер ҙә етештерелә. Предприятие етәкселеге лә ҡыйынлыҡтар артта ҡалып килә тип аңлата. Иң мөһиме, эш хаҡын түләнек, ти етештереү буйынса директор урынбаҫары.
Владимир Москвин, Әмзә урман эшкәртеү комбинаты директорының етештереү буйынса урынбаҫары: «Әлегә беҙ эш хаҡы буйынса бурыстарҙы яптыҡ. Ноябрь айының аҡсаһын, коллектив килешеүгә ярашлы, декабрь аҙағында бирәсәкбеҙ. Эш кейеменә килгәндә, коллективтың бер өлөшө тулыһынса алып бөттө, хәҙер башҡа цехтарға ла бирә башлаясаҡбыҙ».
Ошо урында һорау тыуа. Етәкселек эш кейемен бирәбеҙ ти, хеҙмәткәрҙәр  ике йыл самаһы уны күргәнебеҙ юҡ тип бара. Кемгә ышанырға икәнен һәр кем үҙә хәл итер. Ә республиканың хеҙмәт инспекцияһы белгестәре коллектив килешеүгә һылтанып,  эшселәр менән ваҡытында иҫәпләшмәү хоҡуҡты боҙоу тип бара. Комбинат етәкселегенә ҡарата административ тикшереү ҡуҙғатылған.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку