Мысырға - яңы терминалдан 12.04.2015

Бөгөн «Өфө» аэропортының халыҡ-ара терминалы тәүге пассажирҙарын ҡабул итте.  Бында төҙөкләндереү эштәре ике йыл дауамында барған,  ремонттан һуң халыҡ-ара терминалдың майҙаны ла, үткәреү һәләте лә дүрт тапҡырға артҡан. Хәҙер аэропорт сәғәтенә 800 кешене хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә. Өфө-Хургада рейсына юлланған беренсе пассажирҙар һәм хеҙмәткәрҙәр менән Республика Башлығы ла аралашты. Беҙҙең төп маҡсат- халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу, үҙ ниәтебеҙгә ирештек,  тине Рөстәм Хәмитов.

Яңы терминалдан тәүге рейс  Хургадаға,  пассажирҙар араһында өлкән быуын вәкилдәре лә,  йәштәр ҙә бар.  Лоҡмановтар  Мысырға ял итергә балаларын да алған.  Сит илдәргә йыш йөрөгән йәш ғаилә яңы терминалда хеҙмәтләндереү  сифаты ла,  биҙәлеше лә  юғары кимәлдә тигән фекерҙә.
Тәүге рейсҡа юлланыусыларҙы оҙатырға Республика Башлығы ла килде.  Рөстәм Хәмитов объектты төҙөүселәргә  рәхмәт белдереп, пассажирҙарға хәйерле юл теләне. Терминалды яңыртыуға 1 миллиард 600 мең һум аҡса тотонолған. Хәҙер уның майҙаны 17 мең квадрат метр тирәһе.  Бында барыһы ла  пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн эшләнгән, тине Республика Башлығы.  
Халыҡ-ара һауа ҡапҡаһында пассажирҙар өсөн бөтә шарттар ҡаралған - ял итеү, тамаҡ ялғау, аҡса алмаштырыу урындары. Шулай уҡ бында сәскәләр, гәзит-журналдар,  сувенирҙар  һатып алырға ла мөмкин.  
Халыҡ-ара рейстарҙа килеп төшөүселәрҙе зал уртаһында ошо сағыу ағас матрешка ҡаршы ала.  Уның эсендә башҡорт милли сувенирҙарын һәм башҡа үҙенсәлекле ҡул эштәрен һатып алырға була. Ошонда уҡ Башҡортостандың турист-мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан. Бында ҡунаҡханалар, экскурсиялар, транспорт системаһы хаҡында  белешмә алырға,  Баашҡортостандың, Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни урындары тураһында ҡулланмалар табырға мөмкин.
Терминал төрлө типтағы һауа транспортын шул иҫәптән Боинг-747 һәм 777 самолеттарын да ҡабул итә ала.   Киләсәктә аэровокзалдың эске рейстарҙы хеҙмәтләндереүсе бинаһында ла ремонт эштәрен башлау күҙаллана.
Өфөлә халыҡ-ара аэропорт 1993 йылда асыла. Әле  уның хеҙмәттәре менән  40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпанияһы файҙалана.  Былтыр  эске һәм халыҡ-ара рейстарҙа 2 миллиондан ашыу кешене хеҙмәтләндерелгән. Яңы терминал был һанды тағы арттырырға булышлыҡ итер тип көтөлә.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика