Мутлашыусылар  йоҡламай 15.10.2015

Баймаҡ ҡалаһында кеҫә телефонына бәйле енәйәт теркәлгән.

Шилмалар ҡорбаны мөлкәтен һатырға белдереү биргән өлкән йәштәге ҡатын. Ханым  һатып алыусының тауарҙы күрмәйенсә лә алырға риза булыуы һәм унан банк картаһы номерын һорауына әллә ни иғтибар бирмәй. Һөҙөмтәлә ул иҫәптә ятҡан аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, телефон бурҙары  ситтән килгән булырға тейеш. Ғәҙәттә, алдаҡ юл менән аҡса эшләүселәр һиҙгер психологтар. Улар бигерәк тә  өлкән йәштәгеләр күңеленә үтеп инеүсән. Бынан тыш, мобиль банк аша аҡса урлау осраҡтарының күпселеге юғалған, ташланған йәки оҙаҡ ваҡыт ҡулланылмаған симкарталар аша башҡарылыуын да оноторға ярамай. Телефон сим-картаһын алыштырған осраҡта был турала  шунда уҡ банкка ғариза яҙырға кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика