Мутлашыумы әллә үҙ бурысын үтәмәүме? 26.01.2015

Республикала өс йөҙҙән ашыу үҫмер рэп йырҙары башҡарыусы артистар -   Джонибой һәм Билли Миллигандың концертына билеттар һатып ала. Ләкин концерттар үткәрелмәй, үҫмерҙәргә билет өсөн аҡса ла ҡайтарылмай

Ысынбарлыҡта Никита Легостев, ә сәхнәлә үҙен Билли Миллиган тип танытҡан йырсы айырыуса  үҫмерҙәр араһында танылыу яулаған.  Өфө ҡалаһында ла уны фанаттары түҙемһеҙләнеп көтә. Интернет селтәре аша Өфөлә йырсының концерты үтәсәге тураһында белгәс, билеттар һатып ала. Ләкин  концерт көнө тәүҙә бер айға, һуңынан тағы ла билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә.  
Буласаҡ концерт хаҡында үҫмер бәйләнештә сайтынан белә. Билетты үҙен ойоштороусы тип танытҡан кешенән урамда һатып ала. Бәйләнештә,, сайтындағы махсус биттә тамашаға барырға меңдән ашыу кеше теләк белдергән. Билет хаҡы 800 һум. Әлбиттә, аҡса эшләмәүсе үҫмерҙәр өсөн был аҙ аҡса түгел. Концерттың үтмәйәсәген аңлағас, күптәр аҡсаһын кире ҡайтармаҡсы була. Ләкин һуңғы көндәрҙә сайтта яҙылған комментарийҙар уларҙың өмөтөн һүндерә.  
-Ахыры концерт булмаясаҡ. Аҡсаны алдылар ҙа юҡ булдылар. Концерт булмағас, аҡсаһы ҡалырға тейеш тә инде. Интернет селтәре аша түгел, ә кассала алһам яҡшыраҡ булыр ине.
- Концертты тағы ла күсерҙеләр. Джонибой менән дә шулай иткәйнеләр. Ялҡытты...
Бәйләнештә сайтындағы мәғлүмәттәр буйынса, Билли Миллиган  Өфөгә 13 декабрҙә килергә тейеш була. Унан алдараҡ баш ҡалаға Джонибой исемле артист та саҡырыла. Ләкин ике осраҡта ла үҫмерҙәрҙең көтөүҙәре бушҡа була.  
Ваҡиғаға аныҡлыҡ индереү өсөн концерҡа билет таратыусы егет менән дә бәйләнешкә индек. Ул тамашаға билеттар аҙ һатылыуы сәбәпле, йырсының Өфөгә килеүҙән баш тартыуын белдерҙе. Ойоштороусының  билеттарҙы барыһына ла кире ҡайтарыу мөмкинлеге лә сикле.
Шул уҡ ваҡытта шоу-бизнес менән шөғөлләнеүселәргә көтөлмәгән хәлдәр тураһында оноторға ярпамай.  Концерт ваҡыты күсерелгән йәки бөтөнләй үтмәгән осраҡта билет өсөн түләнгән  аҡса өс көн эсендә кире хужаһына ҡайтарылырға тейеш.
Радмир Усаев, продюсерлыҡ үҙәге директоры: «Концерт ойоштороусылар араһында бер көнлөк бизнесмендар ҙа осрай. Улар барыһын да алдан уйлап еткермәй. Һөҙөмтәлә билет өсөн аҡсаны кире ҡайтара алмайҙар».
Ғәҙәти хәлгә әйләнмәһә лә, концерт ваҡытын күсереү осраҡтары булып тора. Ләкин тамашасылар  был хаҡта алдан иҫкәртелергә тейеш. Был талап закон буйынса ла ҡаралған.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика