Мутлашыуҙа ғәйепләнгән «Башстрой» төҙөлөш компанияһына бәйле хәл дауам итә

Мутлашыуҙа ғәйепләнгән «Башстрой» төҙөлөш компанияһына бәйле хәл дауам итә 02.12.2014

Был аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер төркөм  халыҡ ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Улар хыялдағы фатирҙы йәки торлаҡ өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә. Алданыусыларҙың бер өлөшөнә дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелгән.

Йәнә Стәрлетамаҡ. «Башстрой» компанияһы директоры Радик Ҡайғоловҡа ризаһыҙлыҡ белдереп өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар йәнә ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. «Фатирҙарҙы йә иһә аҡсабыҙҙы кире ҡайтарығыҙ!», «Беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ!» һәм башҡа яҙыуҙар менән плакаттар тотоп, алданыусылар төрлө лозунгтар ҡысҡыра. Төҙөлөш ойошмаһы берәүҙәрҙең йортон төҙөп бөтмәгән, икенселәренең фатирын бер нисә кешегә һатҡан, бәғзеләренең хатта нигеҙе лә һалынмаған. Йәйгеһен республика, ҡала етәкселеге алданған халыҡ менән осрашып, ярҙам күрһәтеләсәге тураһында хәбәр иткәйне. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ тигәндәй, күп ҡатлы бер йорт яңыраҡ файҙаланыуға тапшырылған. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы 40-ҡа яҡын кеше фатир алған.
Геннадий Крупинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Фатир алыусылар өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгән. Уларҙың бар документтары ла бар. Ләкин алданыусылар араһында алдан килешеү төҙөүселәр ҙә юҡ түгел. Был килешеү төрөнөң бер ниндәй ҙә гарантияһы ла, төҙөлөшкә рөхсәттәре лә, экспертизалары ла юҡ. 214-се Федераль Законға ярашлы тик өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүе генә рәсми документ тип иҫәпләнә».
Алданыусылар араһында һауанан алынған килешеүҙәргә ҡул ҡуйыусылар ҙа бар. Бындай бәхәсле осраҡта, алданыусыларға судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Ә Радик Ҡайғоловҡа «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтиш комитеты идаралығы белгестәре осраҡ буйынса тикшереү алып бара. Радик Ҡайғолов етәкселегендәге төҙөлөш ойошмаһы ошо ике яҡта ла фатирҙар төҙөй. Нәҡ Стәрлектамаҡ ҡалаһында фатир алыусыларға ҡала хакимиәте ярҙам ҡулы һуҙған да инде. Улар инвестор табып, йортто төҙөп бөтә. Башҡортостан Президенты алданыусылар менән осрашҡас ҡына проблема ыңғай хәл ителә башланы. Шулай ҙа кәкре ҡайынға терәлмәҫ өсөн, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөр алдынан ойошманың документтары менән танышып, ҡул ҡуйыр алдынан ентекләп уҡып сығырға кәрәк.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку