Мутлашыуҙа ғәйепләнгән «Башстрой» төҙөлөш компанияһына бәйле бәхәсле хәл дауам итә 11.08.2014

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер төркөм  халыҡ ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Улар хыялдағы фатирҙы йәки торлаҡ өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә.

Ҡаршылыҡ акциялары «Башстрой» компанияһы директоры Радик Ҡайғоловҡа ризаһыҙлыҡ белдереп ойошторола. Ул етәкләгән төҙөлөш ойошмаһы берәүҙәрҙең йортон төҙөп бөтмәгән, икенселәренең фатирын бер нисә кешегә һатҡан, бәғзеләренең хатта нигеҙе лә һалынмаған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, компания директоры Радик Ҡайғолов 300 миллон һумдан ашыу аҡса үҙләштергән.
Зыян күреүселәр ҡаршылыҡ акцияһын беренсе тапҡыр ғына ойоштормай. Күптән түгел республика, ҡала етәкселеге алданған халыҡ менән осрашып, ярҙам күрһәтеләсәге тураһында хәбәр итте. Яҡын киләсәктә күп ҡатлы бер йортто файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Әле Радик Ҡайғоловҡа «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтиш комитеты идаралығы белгестәре осраҡ буйынса тикшереү алып бара. «Башстрой» компанияһы директорының күпме аҡса үҙләштергәне әлегәсә билдәһеҙ.
Геннадий Крупинов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының төҙөлөш үҫеше буйынса беренсе урынбаҫары: «Әлеге ваҡытта зыян күреүселәрҙең исемлеге төҙөлә. Ниндәй сәбәптән фатир һатып алырға теләгән, күпме аҡса түләгән кеүек һорауҙар асыҡлана. Килеп тыуған проблеманы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән  бергә хәл итербеҙ тип ышанам».
Бәләгә тарыусылар Радик Ҡайғоловты йыш ҡына тап ошо урында тап итеүен белдерә. Улар фекеренсә, ул ошондағы ниндәйҙер коттедждарҙың береһендә йәшәй һәм ирекле рәүештә ҡала урамдары буйлап зиннәтле автобилдәрҙә елдерә. Ә инде алданған халыҡ ғәҙеллек талап итеп, митингынан митингыға йөрөргә мәжбүр.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика