Мул уңышлы мәктәп баҡсаһы 11.08.2016

Баймаҡ районының Ярат ауылы мәктәбендә оҙайлы йәйге каникулдарҙа ла эш ҡайнай. Балалар һәм уҡытыусылар уртаҡ көс менән баҡса хужалығын тәрбиәләй. Үҫтерелгән уңышты  белем усағы мәнфәғәтендә файҙалана.

Ярат мәктәбенә барып инеү менән аллы-гөллө сәскәләр донъяһына килеп эләгәһең. Мәктәп баҡсаһында нимә генә юҡ. Күҙҙе ҡамаштырып ултырған сәскәләр төрлөлөгө, емеш-еләк, йәшелсә муллылығы. Был әлбиттә мәктәп уытыусыларының һәм уҡыусыларының тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.
Мәктәп баҡсаһында етештерелгән йәшелсә, еләк емеш иң тәүҙә белем усағының ашханаһына оҙатыла, үҙҙәренән артып ҡалған мул уңыш һатыуға ла сығарыла. Сауҙанан килгән аҡса ла бушҡа сарыф ителмәй, ә мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыуға, заман технологиялары менән тулыландырылыуға  ҡулланыла.
Тырышҡан -ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ әйтеме лә. Тынғыһыҙ Ярат мәктәбенең эше йыл һайын юғары баһалана. Уҡытыу тәжрибә участкаһы иң яҡшы баҡса үҫтереүселәр рәтендә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика