Мотоцикл, скутер һәм велосипед менән идара итеүселәргә бүләккә шлем!

Мотоцикл, скутер һәм велосипед менән идара итеүселәргә бүләккә шлем! 11.08.2015

Иглин районы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы техника магазиндары менән берлектә яңы акция ойоштора.

Велосипед һәм мототехника һатып алыусыларға махсус рәүештә хәүефһеҙлек саралары бүләк ителә. Шулай уҡ магазин хеҙмәткәрҙәре һәр клиентҡа юл хәрәкәте ҡағиҙәләре яҙылған иҫкәртмәләр тапшыра. Техника алыусылар бар юл ҡағиҙәләрен дә үтәйәсәге тураһында расписка яҙа. Уның күсермәһе Иглин районы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығына тапшырыла.
Бындай акция тотош Рәсәй буйынса ике йыл элек уҙғарыла башлағайны. Уға Башҡортостандан Иглин районы тәүгеләрҙә булып  ҡушылды.
Артур Ғайсин, мототехника магазины етәксеһе: «Акция көҙгә тиклем барасаҡ. Уның һөҙөмтәләре яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ. Әгәр ҙә скутер йә мотоцикл менән булып торған юл фажиғәләренән ошо акция ярҙамында бер нисә ғүмерҙе һаҡлап ҡала алһаҡ бик ҡыуанасаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика