Мостай Кәримдең тыуыуына - 95 йыл 20.10.2014

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Социалистик Хеҙмәт Геройы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең тыуыуына - 95 йыл. Ошоға бәйле республика кимәлендә «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади бәйге иғлан ителгәйне. Әҙиптең әҫәрҙәрен яттан һөйләү, драмаларын сәхнәләштереү, иншалар һәм дәрес пландары конкурсына бөгөн шәхес исемен йөрөткән башҡорт гимназияһында  йомғаҡ яһалды.

Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиәгә бағышлап яҙылған хикәйәләре уҡыусыларға яҡшы таныш. Уның балалар өсөн яҙылған «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» кеүек  әҫәрҙәрендә бер нисә быуын йәштәре тәрбиәләнгән. Әҙиптең ижадын яҡшы белеүен уҡыусылар «Мостай уҡыуҙары»нда тағы ла  бер ҡабат  иҫбатланы. Конкурс сиктәрендә бер мең ярым уҡыусы уның әҫәрҙәрен яттан һөйләне, сәхнәлә күрһәтте.
«Мостай уҡыуҙары» быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолдо. Уҡыусылар әҙиптең әҫәрҙәрен яттан һөйләү, сәхнәләштереү, инша яҙыу оҫталығында көс һынашты. Бәйгелә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үтте. Халыҡ шағирының тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы, бында уҡытыусылар өсөн дә дәрес пландары бәйгеһе ойошторолдо.
Мостай Кәримдең тиҫтәләрсә шиғыр-хикәйәләре,  драма әҫәрҙәре әлеге ваҡытта донъяның тиҫтәләрсә телендә яңғырай, тетар сәхнәләрендә ҡуйыла. Мостай Кәрим исемен йөрөткән Милли йәштәр театры сәхнәһендә ҡуйылған «Ҡыҙ урлау», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Йәйәүле Мәхмүт» кеүек спектаклдәре әлегәсә аншлаг менән үтә. Шәхестең тыуған көнөндә актерҙар шәхес рухын уның  һәйкәле янында иҫкә алды.
Бөйөк шәхестең тыуған көнө уңайынан Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы 20 октябрҙе Мостай көнө тип иғлан итте. Ошо уңайҙан эфирҙа Мостай Кәрим ҡатнашлығында төрлө йылдарҙа төшөрөлгән тапшырыуҙар күрһәтелә.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика