Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһы тиҙҙән Эстон театрында сәхнәләштерелеүе ихтимал

Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһы тиҙҙән Эстон театрында сәхнәләштерелеүе ихтимал 01.11.2014

Таллиндағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни йәмғиәте һәм уның етәксеһе Флүзә Хәйруллина был хаҡта Башҡортостан һәм Эстония вәкилдәре менән  һөйләшеү алып бара.      

Халыҡ шағирының «Салауат» трагедияһы быйыл Таллинда милли батырыбыҙҙың 260 йыллығына арнап сығарылған «Эстония хәтерләй» тигән китапта ла урын алған. Баҫмала Салауат Юлаевтың тормош юлы тураһында мәҡәләләр, Тарту ҡалаһының халыҡ архивы материалдары, батырҙың шиғырҙары һәм Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһы эстон һәм рус телдәрендә бирелгән.
Сит тарафта Салауат исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалыусы яҡташыбыҙ хәҙер Мостай Кәримдең тарихи әҫәрен Эстон театры сәхнәһенә сығарыу ниәте менән яна. Быға тиклем «Ағиҙел» йәмғиәте ағзалары әҫәрҙе үҙ көстәре менән сәхнәләштергәйне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку