Мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе булған Ҡорбан ғәйете бөгөн донъяның һәр тарафында билдәләнә

Мосолмандарҙың төп байрамдарының береһе булған Ҡорбан ғәйете бөгөн донъяның һәр тарафында билдәләнә 12.09.2016

Өфөлә йылдағыса төп саралар "Ләлә" мәсетендә үтте. Көндөң ямғырлы һәм һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, диндарҙар байрам намаҙына барлыҡ мәсет-мәхәлләрҙә йыйылды.

Иртә менән тороп халыҡ мәсеттәргә ашыға. Ҡорбан ғәйете һәр иман йортонда үтеүенә ҡарамаҫтан, биналар бөтә теләүселәрҙе лә һыйҙыра алмай. Мосолмандар, ямғыр һәм һалҡын елгә ҡарамаҫтан ғибәҙәтте тышта ҡылырға йыйына.

Уларҙы бөгөн әйтерһең дә, иман уты йылыта. Мосолмандар, төрлө йәштә, төрлө милләттән булыуына ҡарамаҫтан, иңгә-иң терәшеп намаҙға баҫа. Оло йәштәгеләр ғибәҙәткә ҡушыла алмаһа ла бөгөн бында. Изге көндә өйҙә ҡала алманыҡ, ти улар.

Эҫе Малайзия, Һиндостан, Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары ла ел-ямғырға бирешмәй, мәсеттә доға ҡылып, ғибәҙәтен үтәп ҡайта. Бөгөн изге байрам менән ҡотлауҙар төрлө телдәрҙә яңғырай.  

"Ғофран" мәсете иһә йылдағыса, халыҡты былау менән һыйлай. Ашнаҡсылар айырыуса ғәйет көнөндә аҙыҡты изге теләктәр, пак уйҙар менән бешерә. Бындай былауҙан ауыҙ итеү үҙе үк яҡшы ғәмәл тиергә була.

Артабан диндарҙар ҡорбан салырға тейеш. Был хәлле мосолмандарға ҡағыла, ләкин һәр кем ошо изге ғәмәлгә ынтылырға тейеш тип аңлата дин әһелдәре, сөнки салынған хайуандың тәүге тамсы ҡаны ергә төшкәнсе ҡорбанға килтереүсенең гонаһтары юйыла.

Ҡорбан килтереү ғәмәлен тағы өс көн үтәргә була. Ит ғәҙәттә, өс өлөшкә бүленә. Береһе үҙ ғаиләңә, икенсеһе ата-әсәңә һәм туғандарыңа, өсөнсөһөн мохтаждарға таратыу зарур. Ә инде байрам биш көн дауам итә. Уны мосолмандар бер-береһенең хәлен белеп, ҡунаҡҡа йөрөп, изге ғәмәлдәр ҡылып үткәрергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика