Мосолмандар изге сәфәргә - Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылырға әҙерләнә

Мосолмандар изге сәфәргә - Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылырға әҙерләнә 28.08.2015

Махсус комиссия мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Рәсәйҙән Сәғүд Ғәрәбстанына 16 мең  кеше юлланасаҡ. Төркөм киләһе аҙнала юлға сыға. Руханиҙар өйҙәренә октябрь урталарында ҡайтасаҡ. Хаж ҡағиҙәләре бөгөн баш ҡалала уҙған ултырышта ҡаралды. Унда Рәсәй Үҙәк диниә назараты рәйесе, Башҡортостан туроператорҙары хеҙмәткәрҙәре һәм сәфәр өсөн яуаплы ведомстволар ҡатнашты.

Мәккә Мәҙинәлә йыл һайын донъяның төрлө төбәктәренән миллионлаған мосолман хаж ҡыла. Ир-егеттәр ап-аҡ туҡыманан ихрам, ҡатын-ҡыҙҙар шәриғәт ҡанундарына ярашлы кейемдә микат алдында ниәт әйтә. Һуңынан руханиҙар  Харам мәсетендә «ҡара ташҡа» ҡулы менән тейә. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла -  Ҡаф тауын ете тапҡыр сәғәт әйләнешенә ҡаршы урай.
Ун һигеҙ йәше тулған мосолман хаж ҡыла ала. Бының өсөн төп талап ул айыҡ аҡыллы,  ирекле булырға тейеш. Хаж ҡылыусыға юлға етерлек аҡса йыйыу ҙа мөһим. Сәфәргә сығыр алдынан бик күп нескәлектәрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Мәҫәлән, һәр мосолманға махсус прививкаларҙы яһатыу мөһим. Юғиһә, ул виза ала алмаясаҡ. Көҙгә табан йөрәк, тын юлы ауырыуҙары йышая. Шуға ла табипҡа күренеп, мөһим дарыуҙар алырға кәңәш итә табиптар.
Сәғүд Ғәрәбстанында сәйәси тартҡылашыу барғанлыҡтан, изге урындарҙы һалдаттар һаҡлаясаҡ. Хаж ҡылыусыларға митингтарҙа ҡатнашыу тыйыла. Был күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Башҡортостан мосолмандары өсөн Сәғүд Ғәрәбстанына тиклем юл аныҡ уйланылған. Улар ҡыҙыу нөҡтәләр аша үтмәй. Хаж путевкаларының хаҡы быйыл 80 меңдән башлана.  Валюталарға бәйле хаж ҡылыусылар өсөн ауырлыҡтар ҙа тыуған. Ләкин проблеманы хәл итеү ысулы табылған. Мәккәгә путевкаларға хаҡ төшөрөлгән.
Хаж ҡылыусыларға мәсеттәрҙә махсус дәрестәр ойошторола. Унда ғибәҙәт ҡылыуҙың ҡағиҙәләре, тәртибе өйрәнелә. Быйыл хаж ҡылыусылар араһында изге ниәтте алтынсы тапҡыр ҡабатлаусылар ҙа бар. Ислам ҡануниәттәренә ярашлы, һәр мосолман намаҙ уҡырға, Ураҙа тоторға, зәҡәт бирергә һәм хаж ҡылырға тейеш.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку