Мосолмандар изге сәфәргә  -  Мәккәгә хажға әҙерләнә 07.06.2017

Бөгөн Өфөлә үткән ултырышта хаж ҡағиҙәләре ҡаралды. Һөйләшеүҙә сәфәр өсөн яуаплы ведомстволар, Башҡортостан туроператорҙары вәкилдәре, табиптар ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Мәккә Мәҙинәгә йыл һайын донъяның төрлө төбәктәренән миллионлаған мосолман хаж ҡыла.

Шуға ла  бөгөнгө ултырышта республиканан Сәғүд Ғәрәбстанына юлланырға теләүселәрҙең хәүефһеҙ барып ҡайтыу мәсьәләһе ҡаралды. Тәүге тапҡыр хажға барыусыларға тәжрибәле гидтар эргәһенән китмәҫкә, төрлө ағымдарға эләкмәҫ өсөн иғтибарлы булырға кәңәш ителде. Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында хаж буйынса комитет булдырылған. Унда республика мосолмандарына изге урындарға - Мәккә ҡалаһына һәм уның эргәһенә хаж ҡылырға барыусыларға дәрестәр бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика