Мосолман йәмәғәтселеге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй

 Мосолман йәмәғәтселеге Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләй 28.07.2014

Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан фарызы буйынса диндарҙар  изге айҙы ураҙа тотоп үткәрҙе.  Байрам көнөндә  меңдәрсә мосолмандар мәсет-мәхәлләләрҙә ғәйет намаҙына баҫты. Республика Президенты иртәнге намаҙ ваҡытын Ҡырмыҫҡалы районында үткәрҙе.

Рух күтәренкелеге һәм изге ниәттәр менән мосолмандар иртәнән Ләлә мәсетенә  ағыла. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәрен, олоһон да, кесеһен дә осратырға мөмкин. Ураҙа байрамының тәүге өлөшө - вәғәз, унда  рамаҙан айының әһәмиәте хаҡында һөйләнә.  Артабан байрамды ғәйет намаҙы дауам итә, мөьмин мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтен белдерә, теләктәрен еткерә. Мәхәлләгә һыймаған диндарҙар иртәнге намаҙҙы тышта башҡара. Изге ниәткә тотороҡһоҙ һауа торошо ла ҡамасаулай алманы.  
Ҡырмыҫҡалы районы Атйетәр ауылы халҡы ла Ураҙа ғәйетенә иман йортонда йыйылды. Изге айҙа ҡылған намаҙҙары, теләктәре, ураҙаһы ҡабул булһын өсөн мосолмандар доға ҡылды. Уларға республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡушылды. Төбәк башлығы Атйетәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап, илгә тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт теләне.
Төбәк башлығы иман йортона йыйылған аҡһаҡалдар менән аралашты. Урындағы йәшәйеш, ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһынды.
Бай тарихлы Атйетәр ауылында 1800 йылдарҙа 4 мәсет була. Әммә совет осоро сыуалыштары заманында улар юҡҡа сығарыла. 2002 йылда яңыһын төҙөү маҡсатында төп мәсеттең нигеҙе ҡутарыла. Уның янында боронғо ярым ай табыла. Тарихи ҡомартҡы бөгөн ауыл мәсетендә һаҡлана.
Рөстәм Хәмитов Рәсәй мосолмандарының тәүге мөфтөйе Мөхәммәтйән Хөсәйенов ҡәберлегендә лә булды.  Хажи 1789 йылда батшабикә Екатерина II тарафынан ошо вазифаға тәғәйенләнә, 35 йыл тоғро хеҙмәт итә. Уның ҡәберлеге тәрбиәле, изге урындарҙан һанала.
Рамаҙан айы ашауҙан тыйылыу ғына түгел, уның  төп нигеҙҙәре рухи таҙарыныу, тыныслыҡ һөйөү, яҡындарҙы хәстәрләү кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙә сағыла. Аллаһы Тәғәлә алдындағы изге бурысты мосолмандар Рамаҙан айы тамамланғандан һуң да башҡара ала. Ураҙа ғәйете өс көн дауам итә. Был осорҙа   байрам табындары әҙерләнә,  яҡындарыңдың, күрше-тирәңдең хәлен белеү, хәйер-саҙаҡа таратыу изге ғәмәл тип һанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика