Мишкә районы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Мишкә районы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй 18.12.2015

Ошо уңайҙан төбәктә байрам саралары ойошторолдо, яңы объекттар асылды. Район 1930 йылдың 20 авгусында Бөрө кантонының үҙгәртеп ҡоролоуы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әле төбәктә 23 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың 71 проценты марийҙар. Шуға ла мәктәптәрҙә лә марий теле өйрәтелә, район гәзите ике телдә нәшер ителә. Районда ауыл хужалығы ла үҫешә.

Лотфрахман Сәфиуллин  әле мәҙәниәт йорто урынлашҡан урындағы баҫыуҙа иген урған сағын яҡшы хәтерләй. Районды үҫтереү өсөн тир түгә ул. Хәҙер төбәкте танырлыҡ та түгел, йылдан-йыл яңы объекттар төҙөлә, үҙәк ҙурайғандан-ҙурая, ти оло йәштәгеләр.
Әйткәндәй, райондың юбилейына тағы ла ике объект файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың береһе үҙәк дауаханала хирургия корпусы. Быға тиклем  операциялар иҫке бинала уҙһа, хәҙер бында бар шарттар тыуҙырылған. Корпус заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Галина менән Фәсих  Һиҙиәтовтар яңы фатирҙарын туйлай. Элек ғаилә авария хәлендәге йортта йәшәгән - унда өйҙө мейес яғып йылыталар, һыу ҙа, газ да булмай.  Дәүләт программаһы буйынса яңы торлаҡ алыу ғаилә өсөн оло ҡыуаныс. Бина бер йыл эсендә төҙөлә, һәм ниһайәт, район юбилейына сафҡа индерелә.
Райондың һәүәҫкәр артистары юбилейҙың тантаналы өлөшөнә әҙерләнә. «Шишмәләр» халыҡ фольклор ансамбле боронғо йырҙарҙы ҡабатлаһа, күрше бүлмәлә бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар заманса номерҙар әҙерләй.
Райондың юбилейына арналған концерт программаһы бай булды. Уның сиктәрендә алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡығыҙҙары, бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку