Миллиондар ҡайҙа булған?

Миллиондар ҡайҙа булған? 30.09.2014

Республиканың Контроль-иҫәп палатаһының коллегия ултырышында бөгөн Стәрлетамаҡ районында ер ресурстарын һөҙөмтәле һәм маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу һорауҙары ҡаралды.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бюджетты формалаштырғанда дөйөм финанс мутлашыуҙар күләме 186 миллон һум тип баһаланған. Төбәктә килем күрһәткестәрен кәметеү осраҡтары теркәлгән. 2013 йылда был сумма 27 милллон һум булһа, быйыл килем күләме 24 миллон һумға кәметелеп яҙылған. Шулай уҡ район бюджеты сығымдары иҫәбенә 43 миллон һумға «Автомобиль юлдарын төҙөкләндереү программаһы» индерелгән. Әммә был план район хакимиәте күрһәтмәһе менән раҫланмаған. Райондың Октябрьский ауылында һыуүткәргес төҙөү өсөн 27 миллон һум йүнәлтелгән. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы өсөн кәрәкле ҡоролма урынлаштырылмаған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Контроль-иҫәп палатаһы шулай уҡ ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙең эшҡыуарҙарға арендаға бирелеүе, ер участкалары бушлай яуаплылығы сикләнгән ойошмаға күсерелеүе кеүек күп кенә етешһеҙлектәрҙе асыҡланған. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку