Милли кейемдәр үҙ ерлегенә хас үҙенсәлеген һаҡларға тейеш

Милли кейемдәр үҙ ерлегенә хас үҙенсәлеген һаҡларға тейеш 20.11.2014

Бөгөн республика Милли музейында «Селтәр» тип исемләнгән башҡорт халыҡ сәхнә костюмдары фестивале үтте. Икенсе тапҡыр уҙғарылған сара ҡатнашыусыларҙың күплелеге, милли кейемдәрҙең сағыулығы менән әһәмиәтле булды.

Хәситә, дәүәт, муйынса... Милли костюмдағы элементтарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина уның нескәлектәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Фестивалгә ул Сибай халыҡ ижады үҙәгенең ағинәйҙәр ҡоро ағзалары һәм «Ете ҡыҙ» матурлыҡ студияһында шөғөлләнеүселәр менән килгән. Сибайҙар Урал аръяғы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.
«Селтәр» башҡорт халыҡ сәхнә костюмы фестиваленән күрше өлкәләр ҙә ситтә ҡалманы. Һамар ҡалаһы вәкиле, мәҫәлән, үҙ төбәгенә хас милли кейемдә сығыш яһаны. Һамар башҡорттары костюмын Лилиә Мөхәмәтова ғалим Петр Паллас яҙмаларына ҡарап теккән.
Ҡыҙғанысҡа, башҡорт милли костюмдарын беҙ тик сәхнәлә генә күрә алабыҙ. Шуға ла милли кейем тамаша ҡылыу кейеме булыуҙан тыш, традицияларҙы, үҙенсәлектәрҙе ҙә һаҡларға  тейеш. Әммә әлеге ваҡытта ул милли традицияларҙы һаҡлау түгел, ҡайһы бер осраҡта, уның юҡҡа сығыуына булышлыҡ итә.
Артабан сара түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Сәхнә костюмдарын тегеү өсөн яуаплы белгестәрҙең милли мәҙәниәтте белеп, тейешле кимәлдә өйрәнеп еткермәүҙәре арҡаһында ҙур хаталарға юл ҡуйыла. Милли кейемдәр мәғәнәүи йәһәттән асылып етмәй. Төҫтәрҙе саманан тыш күп ҡулланыу ҙа күҙҙе ҡамаштыра, тип билдәләнде ултырышта. Сығыш яһарға теләүселәр үҙ төбәгенә хас милли кейемдәрҙе ентекле өйрәнгән осраҡта бер төрлөлөккә юл ҡуйылмаҫ, сәхнәлә бер иш кейенгән ҡатнашыусылар аҙайыр ине, тигән теләктә ҡалды белгестәр.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку