Милләт-ара татыулыҡты нығытҡан өсөн "Халыҡтар дуҫлығы"  ордены, фиҙаҡәр хеҙмәткә-дәүләт наградалары 17.02.2017

Бөгөн Башҡортостан башлығы юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән  һөнәр эйәләрен бүләкләне. Эшләгән кеше лайыҡлы баһа ла алырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Сөнки республиканың төп хазинаһы эшһөйәр халҡы.

Айҙар Ғәлимовтың исеме республика халҡына ғына түгел, Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә киң билдәле. Уның йырҙары матурлыҡҡа, изгелеккә өндәй, йөрәктәрҙә һөйөү осҡоно тоҡандыра. Тынғыһыҙ ижадсы һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр юлында, Айҙар Ғәлимов  халыҡты йырҙары менән һөйөндөрөп ҡалмай, депутат булараҡ уларҙың мәнфәғәтен дә яҡлай.

Ә аҡ халатлы был табип меңдәрсә баланың кендек инәһе Рима Үтәшева.Тәжрибәле акушер-гинекологтың ҡулына эләгеү һәр буласаҡ әсәнең хыялы. Рима Әмир ҡыҙы 40 йылдан ашыу  сәләмәтлек һағында тора. Бынан тыш, ул депутатлыҡ  һәм йәмәғәт эштәрен дә уңышлы алып бара. Кешелек мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән табиптын күкрәгендә хәҙер "Халыҡтар дуҫлығы "ордены балҡый.

Бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе хаҡында айырым, сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. 50 кеше, 50 яҙмыш.  Әммә уларҙың һәммәһен дә һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, киләсәк хаҡына арымай-талмай хеҙмәт итеү кеүек күркәм сифаттар бәйләй. Эшләгән кеше лайыҡлы баһа алырға тейеш, тине Республика башлығы.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың күбеһе юғары дәүәлт наградалары коллектив хеҙмәт емеше тип иҫәпләй. Сөнки көс берҙәмлектә,  бер үк уй-ниәттәр менән янғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Мәҫәлән, Илештән Музалиә  Шәрипова тотош  ғаиләһе менән эшҡыуарллыҡа тотонған, тырыш хеҙмәт үҙ емешен дә бирә.

Был тормошта иң мөһиме үҙ эшеңде яратыу, һайлаған һөнәреңдән йәм табыу.  Шул ваҡытта ғына кеше  тыуған республикаһының бөгөнгөһө менән янып, киләсәге хаҡында ҡайғыртып йәшәй,  фиҙаҡәр хеҙмәте менән файҙа килтерә.  Ошондай шәхестәр күберәк булған һайын республикала үҙ йыльяҙмаһын яңы күркәм биттәр менән байыта.

Бүләкләнеүселәрҙең хеҙмәт биографияһы буйынса теге йәки был тармаҡта Башҡортостандың үҫеш юлын барларға мөмкин. Сөнки республиканың тарихы үҙ эшенә ғашиҡ кешеләрҙең көндәлек эшенән, асыштарынан, тырышлығынан үрелә. Һәл улар замандаштарыбыҙ өсөн дә, йәш быуынға ла фиҙаҡәрлек өлгөһө булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика