Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнеш отрядына ун йәш

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнеш отрядына ун йәш 27.09.2014

Эске эштәр министрлығы ғәскәре бәләкәй генә юбилейҙы оло ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. 2004 йылда ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, «Булат» отряды «ҡуйы ҡыҙыл»  береттар араһында абруйлы урынды биләй.  Дәүләт хәрбиҙәр күрһәткән ҡаһарманлыҡтарҙы  алты тапҡыр «Батырлыҡ ордены» һәм тиҫтәләгән башҡа наградалар менән билдәләгән. Байрам уңайынан отряд урынлашҡан частә асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды.

Күнегелгән хәрәкәттәр, һәр секундына тиклем уйланылған һуғыш алымдары. Автоматтан атыу һәм шартлау тауыштары махсус тәғәйенләнеш отряды өсөн көндәлек тормошҡа әйләнгән. Ләкин уларҙы ҡотларға килеүселәрҙе бындай тамаша битараф ҡалдырманы. Хәрбиҙәрҙең сығышы һәр кемдә  ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Ә инде ата-әсәләр өсөн егеттәрҙең шөғөлә ғорурлыҡ тойғоһо менән бергә борсолоу ҙа уята. Махсус тәғәйенләнештәге «Булат»  отряды Ҡафтау төбәктәрендә тәртип урынлаштырыу операцияларында йыш ҡатнаша. Уларҙың һәр сәфәре өйҙә ҡалғандар өсөн дә ҙур һынау.
Әсәләрҙең борсолоуы юҡҡа түгел. «Булат» отряды йыш ҡына  ҡыҙыу нөктәләрҙә була.  Уларҙың иҫәбендә тиҫтәләгән уңышлы тамамланған хәрби операциялар.  Күрһәткән ҡаһарманылыҡтары өсөн улар алты тапҡыр «Батырлыҡ ордены» һәм бихисап дәүләт гарадалары менән билдәләнгән.  Ике йыл элек отрядҡа халҡыбыҙҙың легендар батыры Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде. Ә инде байрам көнөндә иң ҙур бүләк фатир асҡыстары тапшырылыуы булды.  Егеттәрҙең хәрби командировканан ҡайтыуына 205 фатирлы ике йорт файҙаланыуға тапшырылған. Тыл ныҡлы булғанда, илебеҙ именлеге лә ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ, ти  хәрбиҙәр.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика