Миәкә районының Дубровка ауылынан фронтҡа 18 кеше китә, уларҙың 6-һы яу яланында ятып ҡала 07.05.2015

Батыр яҡташтарын ауылдаштары онотмай. Дубровкала һуғышта һәләк булғандар, тыуған яғына Еңеү менән ҡайтҡандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә обелиск асылды.  Бөгөн ауылда яугир ветерандар ҡалмаған. Шулай ҙа уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре яңы асылған һәйкәлгә ҡыуанысын белдерҙе.

Дубровка ауылында егермегә яҡын ихата иҫәпләнә, барлығы 100-ән ашыу кеше йәшәй. Тыуған яғында обелиск ҡуйыу идеяһы ошо ауыл уҙаманы Дәүләтбай Упривановтыҡы. Изге эште башҡарыр өсөн ул яҡташ яугирҙары хаҡында архивтан мәғлүмәт йыя, музейҙарҙа эҙләнеү эштәре алып бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика