Мажаралы сәйәхәт

Мажаралы сәйәхәт 19.10.2015

Яҡташыбыҙ Илнур Шаһморатов эшенән ҡыҫҡартылғандан һуң донъя гиҙергә сығып китә. Әлеге ваҡытта ул тиҫтәләп ил сиген үткән. Сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән ул интернет селтәрендәге махсус төркөмө аша бүлешә.

Илнур Шаһморатов Малайзиянан тыш, Ҡытай, Вьетнам, Тайланд, Индонезия илдәре аша ла үткән. Яҡташыбыҙ бының өсөн мотоцикл да һатып алған. Сәйәхәтенең һәр көнөн тиерлек интернет селтәрендәге махсус төркөмөнә теркәй бара. Халыҡ эсендә улар киң популярлыҡ та яулай башланы. Яҙмалар  башҡорт халыҡ йырҙары менән оҙатыла.
Сит илдән алған тәьҫораттар бер кемде битараф ҡалдырмай. Яҙмаларҙа нисек сиктәрҙе үтеүен, урындағы халыҡтың йәшәйеше, көнитмеше менән таныштыра, ниндәй хәлдәргә тарыуын да һөйләй.
Илнур үҙе һөнәре буйынса юрист. Эшендә ҡыҫҡартылыуға эләгеү сәбәпле, ул бер нимә уйлап тормай донъя гиҙергә сығып китә. Донъя түңәрәк тигәндәй, сәйәхәт барышында милләттәштәребеҙҙе лә тап итеп өлгөрә. Иң ҡыҙығы, башҡорт телендә иркен аралашыуы, сит ил балаларын да өйрәтә алыуы
Әйткәндәй, Илнур кеүек донъя гиҙеүсе яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Улар араһында Хәйбулла районы егете Руслан Алмаев та бар. Бер йыл эсендә өс тиҫтәләп ил үткән. Ул тыуған яғыбыҙға тик киләһе йылда ғына ҡайтасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Мансур
21.10.2015 19:16:35
Молодец! Следим за тобой! И болеем!

Возврат к списку