Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре 24.07.2014

Баш ҡалала йәшәүсе Эльвира Ишморатова стандарттарға тап килмәүсе моделдәр конкурсында ҡатнаша. Конкурс шарттары буйынса, еңеүсе Анфиса Чехова менән Төркиәгә ял итергә барасаҡ.

Эльвира Ишморатоваға модель һөнәре яҡшы таныш. Яңыраҡ ул Вячеслав Зайцевтың Өфөлә үткән күргәҙмәһендә лә ҡатнашты. 90-60-90 параметрҙары хәҙер артта ҡалды. Иң мөһиме тәбиғи матурлыҡ һәм күңел таҙалығы, ти ул. 28 йәшлек ҡыҙ стандарттарға тап килмәгән моделдәр конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнаша. Һәр ҡатын үҙенсә гүзәл, үҙенсәлекле. Шул матурлыҡты күрһәтә белергә генә кәрәк, тигән фекерҙә модель. Башҡорт ҡыҙҙары төрлө матурлыҡ конкурстарында йыш ҡатнаша. Ил кимәлендә лә, донъя кимәлендә лә танылыу таба. Был конкурстар ҡатын-ҡыҙҙарҙа үҙҙәренә ҡарата ышанысты нығыта, тигән фекерҙә белгестәр. Һәр хәлдә 90-60-90 стандарттарының ҡайҙан килеп сығыуы ла бик бәхәсле һорау. Берәүҙәр уны Боронғо Грецияның матурлыҡ эталоны - Венера Милосская үлсәмдәренән, икенселәре Мерлин Монронан алынған, тигән фекерҙә. Бынан тыш, XX быуат башында моделдәргә кейем тегеү өсөн махсус үлсәмдәр булдырылған, тигән фараз да бар. Был, әлбиттә,фараздар ғына. Шулай ҙа хәҙерге заманда ҡатын-ҡыҙ буй һыны буйынса ғына түгел, эске матурлығы буйынса ла баһалана. Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Анфиса Чехованың махсус сайтында тауыш биреү ойошторолған. Эльвира Ишморатова 400-гә яҡын тауыш йыйған. Был иң юғары күрһәткес. Ҡыҙ үҙенең яҡташтары ярҙамына ышана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку