Матурлыҡтан илһам алыусы оҫта 13.02.2017

Өфөлә йәшәүсе Клавдия Зонова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тыңғыһыҙ йәмәғәт эштәре менән яна. Һикһән йәшлек ханым үҙе йәшәгән йорт подъезын картина галереяһына әйләндергән. Былтыр тап ошо күп ҡатлы торлаҡ ҡалала иң өлгөлө  тип танылғайны.

Клавдия Зонованың ғәзиз балаһына хәҙер 47 йәш, ә был фотоһүрәт күсермәһендә уның алты-ете айлыҡ сағы һүрәтләнгән. Бәхетле ижад менән хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шөғөлләнә башлай. Быға тиклем ул ҡырҡ йыл заводта токарь булып эшләгән. Оло йәштә булһа ла, сәнғәт мәктәбенә йөрөп, һүрәт төшөрөү һәләтен асырға була. Хәҙер уның фатир стеналарын күркәм картиналар биҙәй. Ул күп осраҡта күсермәләр эшләй.

Һәүәҫкәр рәссамдың картиналарында - һалҡын төҫтәргә урын юҡ. Бар тереклек хәрәкәттә сағылдырылған. Ханым йәшәгән подъезға инеү менән матурлыҡ шаһиты булаһың.  Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр  оҫта ҡуллы күршеләре менән хаҡлы ғорурлана.

Парк урамында урынлашҡан был күп ҡатлы йорт былтыр баш ҡалала өлгөлө торлаҡ номинацияһында беренсе урын яулай. Еңеүгә лайыҡ булыуҙа Клавдия Зонованың да өлөшө ҙур. Февралдә һикһән йәшлек юбилейын ҡаршылаусы ханым киләсәктә лә күршеләрен үҙенең ҡул эштәре менән һөйөндөрөргә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика