Матурлыҡ ҡорбан талап итә

Матурлыҡ ҡорбан талап итә 06.06.2016

Республикала «Дешели» косметикаһы тирәләй зыян күреүселәр һаны арта. Уйламағанда юғары процентлы кредит алғандар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй беҙҙең редакциянан ярҙам һораны. Барыһы ла матур башлана. Уның телефонына шылтыратып, бушлай сифатлы косметика ҡулланып ҡарарға саҡыралар. Әлбиттә, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел.

Ә башта барыһы ла әкиәттеге кеүек була: яҡшы мөнәсәбәт, бушлай спа-процедура. «Дешели»  косметикаһын алыу Әлфирә Мулланурова өсөн ҙур бәләгә әйләнә. Ҡулына ҙур сумаҙандың нисек килеп эләгеүен ул өлөшләтә генә хәтерләй. Оло йәштәге ҡатын үҙенең хаталы аҙым яһауын әлегәсә ышанып бөтә алмай.
Беҙҙең ижади төркөм менән Әлфирә Мулланурова кеүек тиҫтәләп алданыусы осрашты. Һәр береһенең дә бер үк хәл. Хаҡтары ғына төрлө. Араларында 120 мең һумға тиклем бер нисә кредит алыусылар ҙа бар.
Ә «Дешели» косметикаһы менән сауҙа итеүсе үҙәк беҙҙең ижади төркөм менән күрешеүҙән, ниндәй ҙә булһа аңлатма биреүҙән баш тартты. Ишеген дә эстән бикләп тотто. Ә хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ эш эҙләп килеүселәр ҙә запас ишектән инде. Шуныһы ҡыҙыҡ: үҙәктең исеме алтаҡтала «Идилия» тиелһә, ә килешеүҙә ул бөтөнләй «Илия» тип аталған.  
Косметик продукция менән алданыусылар судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Юристар әйтеүенсә, халыҡ үҙ хоҡуҡтарын яҡлай ала тигән фекерҙә. Компания ла үҙ сиратында бер урында тапана тип әйтеп булмай. Улар исемен үҙгәртеп, халыҡты арбау буйынса төрлө алымдар файҙалана. Шуға ла халыҡҡа ниндәй ҙә булһа әйберҙәргә, төрлө вәғәҙәләргә ышанып бармаҫҡа кәңәш итә белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика