Матбуғат ветераны һәм  йәш журналистар мәктәбен әйҙәүсе публицист Зөһрә Ҡотлогилдина һуғыш темаһын ентекле өйрәнә 07.05.2015

Талантлы һүҙ оҫтаһының «Һуғыш яралаған бала саҡ» китабы  һуғыш дәүерендәге дөрөҫлөктө  сағылдыра. Уның исем туйы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.

Уҡыусылар уның һәр китабын түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының ижады тормошҡа әсә, ҡатын-ҡыҙ, шағирә һәм журналист күҙлегенән бағыуы менән ҡиммәтле. Яҙыусы  менән осрашыуҙа йәш быуын вәкилдәренең күп булыуы ла ҡыуаныслы. Әҙибәнең сығышын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Яңы китап ике мең дана тираж менән баҫылған. Исем туйында ҡатнашыусылар баҫманың әхләҡи әһәмиәтен юғары баһаланы.  Бала саҡтары ауыр  һуғышы йылдарына тура килеүселәр китапты айырыуса  тәьҫирләнеп ҡабул итте.    
«Һуғыш яралаған бала саҡ» китабында   һүрәтләнгән ваҡиғалар  ветерандарҙың иҫтәлектәренә нигеҙләнгән. Автор был хәтирәләрҙе матур һүҙҙәр менән биҙәмәҫкә, уларҙы төп нөсхәһендә һаҡларға тырышҡан. Ул йылдар хаҡында бала хәтерендә уйылып ҡалғанса үҙгәртелмәйсә яҙылған. Тарихта ҡалырлыҡ хеҙмәт уҡыусыны география киңлеге менән арбай. Өлгөр публицист Ҡаҙағстан, Татарстан, Һамар өлкәһендә йәшәгән тыл ветерандарының иҫтәлектәрен   күңел күҙе аша үткәргән.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика