Махсуслаштырылған штраф туҡталҡаларына ҡуйылған автомобилдәр 12 сәғәт бушлай торасаҡ 27.01.2015

Шулай уҡ  автомобилдәрҙе кире ҡайтарып алыу юлдары ла ябайлаштырылды.

Бөгөн Дәүләт  Йыйылышы -  Ҡоролтайҙың 16-сы ултырышында Башҡортостандың
«Транспорт сараларын махсус туҡталҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, быға бәйле сығымдарҙы ҡаплау, кире ҡайтарыу тәртибе  тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерелде. Пленар ултырышта депутаттар өс тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны. Уларҙың ун һигеҙе республика закондары проекттарына бәйле. Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре парковка ҡағиҙәләрен боҙоусы автомобилде эвакуациялағанда, транспорт хужаһы килеп сыҡһа, ул штраф түләп ҡотола ала. Әгәр транспорт эвакуаторға тейәлһә, штрафҡа йәнә бер түләү өҫтәлә. Киләсәктә транспорт хужаларына автомобилдәре эвакуацияланыуы тураһында белдереү өсөн махсус белешмә хеҙмәте булдырыу  ҡарала.
Шулай уҡ республикала бюджетын 12 йыл алдан күҙаллап, ҡаҙнаны планлаштырыуҙы хоҡуҡилаштырыу ҙа ҡарала. Рәсәйҙең бюджет кодексына ярашлы, муниципаль район- ҡалаларҙың бюджет проекттарын махсус раҫлау тәҡдим ителә. Был финанс ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк, тип билдәләне Башҡортостандың Финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина. Бынан тыш, 1 марттан  ер хаҡындағы федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелә. Ул илдә социаль торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Хәлит Мәхмүтов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура комитеты рәйесе: «Ер кодексы»на ингән үҙгәрештәргә ярашлы, дәүләт һәм муниципаль берәмектәр милегендәге ер участкалары коммерция булмаған ойошмаларға, торлаҡ төҙөлөшө өсөн бирелә. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡарары буйынса республикала Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды булдырылды. Был үҙгәрештәр торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика