Махсус туҡталҡала автомобилдәр тотоуҙың тәүге ун ике сәғәте бушлай булыуы ихтимал

Махсус туҡталҡала автомобилдәр тотоуҙың тәүге ун ике сәғәте бушлай булыуы ихтимал 20.11.2014

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары транспорт сараларын эвакуациялау тураһындағы законға үҙгәрештәр әҙерләй.  Был туралағы документ сираттағы парламент ултырышында ҡараласаҡ.

Әле водителдәр эвакуацияланған транспорт сараһын ҡайтарып алыу өсөн меңдәрсә һум аҡса түләргә мәжбүр. Шулай ҙа үҙгәрештәр юл-транспорт фажиғәһенә эләгеүселәр һәм эскән килеш руль артына ултырыусыларға ҡағылмай. Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙең ваҡиға урынына килеп өлгөргән осраҡта эвакуацияны туҡтатыу тураһындағы үҙгәрештәр ҙә әҙерләнә. Был ҡағиҙә боҙоусыларға штраф менән генә ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк, ти депутаттар. Сираттағы парламент ултырышында ҡараласаҡ закон проекттары араһында республиканың айырым ауылдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы бөтөнләй тыйыусы документ та бар. Халыҡ һайланыусылары уны өсөнсө уҡыуҙа ҡараясаҡ һәм закон статусын бирәсәк. Патронат ғаиләләргә түләнгән айлыҡ аҡсаны ла депутаттар арттырырға иҫәп тота. Законға ярашлы ул биштән егерме процентҡа тиклем индексацияланырға тейеш.
Николай Никитин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе: «Был түләүҙәр инфляцияға бәйле йыл да индексациялана. Әммә быға тиклем ул аҙға ғына арттырылып килде. Быйыл иҡтисадтағы ҡатмарлыҡтарға бәйле хаҡтарҙың нисек үҫеүен үҙегеҙ күрәһегеҙ. Шуға күрә түләүҙәр ҙә байтаҡҡа арттырылырға тейеш. Республика үҙ өҫтөнә алған социаль йөкләмәне үтәргә бурыслы».
Көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһы башлығы тураһында ла закон проекты сығарыласаҡ. Был документ төбәк етәксеһенә Республика башлығы исемен бирә һәм уның хоҡуҡи нигеҙҙәрен билдәләй. Депутаттар ҡарамағына йәмғеһе ҡырҡҡа яҡын закон проекты тәҡдим ителә. Ултырыш 27 ноябргә билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку