Мөғжизәле көн

Мөғжизәле көн 22.07.2015

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге "Тулҡын" скверында кескәйҙәр өсөн Ураҙа байрамы ойошторолдо. Сараның тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уйындар аша Ислам дине хаҡында мәғлүмәттәр алды, спорт ярыштарында һаулығын да нығытты.

Изге ай тамамланыу уңайынан баш ҡалала үткәрелгән балалар байрамына меңдән ашыу кеше йыйылды. Сәхнә түрендә Ҡөръән сүрәләрен яттан белгән ҡыҙҙар һәм малайҙар. Улар араһында Ураҙа тотоусылар ҙа булған. Барыһы ла Рамаҙан айының асылын яҡшы белә.

Байрам төрлө конкурс-уйындар менән аралаш барҙы. Бигерәк тә көрәш бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр күп ине. Малайҙар әлегә барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә яҡшы белмәй. Шуға бында аяҡ салырға рөхсәт ителде.

Саҡмағош районынан Өфөгә каникулға килгән Данил Нәбиев тиҫтерҙәренә ал бирмәне. Еңеүсе тип танылды. Кем белә, бәлки, киләсәктә ул билдәле көрәшсе булыр?!

Аҡыллылар йомаҡ ҡойоу ярышына йыйылды. Русса, башҡортса яңғыраған һорауҙарға кескәйҙәр тиҙ арала яуап ҡайтарҙы. Әминә Әҙелғужина иһә байрамға дүрт балаһы, ейәнсәре менән килгәйне. Ураҙаны тотҡандан һуң, күңел асырға ла була, - ти ул. Бәхетле әсә улы Йосоптың әйлән-бәйлән уйнап, йырлауын ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

Ҡаршылыҡтар һыҙатында балалар ике командаға бүленеп ярышты. Еңеүгә ынтылыш бик көслө. Барыһы ла тиҙерәк йүгерергә, финишҡа алдараҡ барып етергә тырышты. Бынан тыш, башҡа уйындарҙа ла сәләмәтлекте нығытырға мөмкин ине. Кескәйҙәр бер минутын да бушҡа үткәрмәне.

Байрамды кескәйҙәрҙең һүрәттәре биҙәне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Ураҙа байрамы хаҡында тәьҫораттарын ҡағыҙ битендә сағылдырҙы. Иң яҡшы эштәр күргәҙмәгә ҡуйылды. Балалар ҡыуанысының сиге булманы, саранан бигерәк тә ата-әсәләр ҡәнәғәт ҡалды.

Ысынлап та, ял күңелле үтте. Күгәрсендәр менән фотоға төшөп, һабын ҡыуыҡтары шоуында ҡатнашыу ғына ла балаларҙың көнөн бер аҙға мөғжизәле итте.

Ураҙа байрамында мул табындарһыҙ ҙа булмай. Ойоштороусылар кескәйҙәргә тәмле былау ҙа әҙерләгәйне. Уйнап, көлөп, бер аҙ шаярып алғас, өҫтәл артына ла ултырырға була.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку