Мәжбүри Ураҙа

Мәжбүри Ураҙа 09.07.2014

Өфөнөң Арғаяш урамы 9-сы һанлы йортта йәшәүсе ғаилә оҙаҡ йылдар күршеләре менән уртаҡ тел таба алмағас, бөгөндән аслыҡ иғлан итте. Ғиндуллиндар һатып алған йорт законһыҙ рәүештә төҙөлгән тип танылған, хәҙер ул емерелергә тейеш. Ике балалы ғаилә был ҡарар менән килешергә теләмәй.

Ике күрше инде нисә йыл эт менән бесәй кеүек йәшәй. Законһыҙ төҙөлгән тип танылған йорт хужаһы Марсель Ғиндуллин бәхетһеҙлектәрендә Виктор Николаевты ғәйепләй. Йәнәһе ир уның ғаиләһен ҡыуып сығармаҡсы.
Марсель Ғиндуллин: «Ул бында әллә нисә участканы ҡулына төшөрҙө, хатта бер етемде лә ҡыуып сығарҙы. Беҙҙең йорт торған участка ҡаланыҡы, ул барлыҡ санитар нормаларына, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә лә яуап бирә. Николаевтың беҙҙә ниндәй үсе бар икәнен аңламайым».
Ғаилә был йортто 2010 йылда һатып ала. Килешеүҙе алып барыусы риэлторҙар Ғиндуллиндарға документтарҙы тиҙ арала рәсмиләштерергә вәғәҙә итә. Әммә улар ашыҡмай, оҙаҡламай йортто һатҡан ир гүр эйәһе була. Өй һаман да ғаиләнең милке тип танылмаған. Улар йортта теркәлмәгән дә. Берҙән-бер торлаҡтарынан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡҡан ғаилә аслыҡ иғлан итте.
Был сара ярҙам итерме, әлегә аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки суд Ғиндуллиндар йәшәгән йорт емерелергә тейеш тигән һығымта яһаған. Ғаиләнең төп дәлиле-бинаның был урында инде 60-сы йылдан уҡ тороуо. Мәхкәмә ҡарары кисекмәҫтән үтәлгән осраҡта иһә, Ғиндуллиндар ҡаланың социаль хеҙмәттәре уларҙың балаларын торлаҡһыҙ ҡалдырмаҫ тип ышана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку