Мәскәү археологтары «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән яңы һүрәткә тап булған

Мәскәү археологтары «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән яңы һүрәткә тап булған 07.06.2017

Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге белгестәре әйтеүенсә, был мөһим яңылыҡ өс йыл тынғыһыҙ эшләү, эҙләнеү һөҙөмтәһе. Рәсемдәр араһында күберәк геометрик фигуралар өҫтөнлөк итә.

Улар быға тиклем билдәле боронғо һүрәттәр эргәһендә табылған, әммә яңылары насар хәлдә һаҡланған. Шуға ла белгестәр махсус компьютер технологияһы ярҙамында эш иткән. Мәмерйәләге асышты өйрәнеү өсөн Франциянан белгестәр саҡырылған. Уларҙың тәжрибәһе мәмерйә эргәһендә музей репродукцияһы булдырыуҙа ҡулланыласаҡ. Республиканың төп туристик иҫтәлекле урыны буласаҡ объект төҙөлөшө быйыл башланып, 2021 йылда тамамланыр тип күҙаллана.
Быйыл «Шүлгәнташ»та әлегә тиклем билдәле һүрәттәр залында лазер ҡулланып, уларҙы сканер аша үткәреү эше ҡаралған. Был алым мәмерйәне бөтә деталдәре менән күсермәһен эшләү, уларҙы дөрөҫ тәртиптә урынлаштырыу мөмкинлеген бирә. Белгестәр «Шүлгәнташ»ты ҡыҙыҡлы объект булыуын, унда тағы ла яңы асыштар буласағын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика