Мәшғүллек һәм хеҙмәт буйынса федераль идаралыҡ эшкә һуңларға рөхсәт иткән 20.01.2016

Әлбиттә,  сәбәпһеҙгә түгел, һауа шарттары боҙолоп торғанда ғына. Был осраҡта хеҙмәткәрҙәр дисциплинар язаға тарттырылыуҙан азат ителә. Федераль  хеҙмәттең ҡарары ғинуарҙағы  тотороҡһоҙ һауа торошона бәйле. Туҡтауһыҙ ҡар яуып буран сығыуы күптәрҙе сәғәттәр буйы тығындарҙа ултыртты. Бөгөн ошондай циклон Башҡортостанға ла килде. Республиканың төрлө төбәктәрендә ҡар яуып  юл хәрәкәте ҡатмарлашты.

Бөгөн Өфөлә  аварияларҙы  урам һайын осратырға мөмкин.  Юл фажиғәләренә епшек ҡар яуып буран сығыуы  сәбәпсе булды. Республиканың күп төбәктәрендә лә ошондай уҡ хәл. Мәҫәлән,   Ейәнсура районында дүрт автомобиль ҡатнашлығындағы авария теркәлә. Был осраҡ Үрге Һарыбил-Ҡыуандыҡ  юлының 50-се километрында була. «Ваз» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып « Рено Дастер» автомобиленә бәрелә. Аварияны күреп туҡтаған «Уаз»-ға 12-се модель килеп төкөлә. Өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы шулай уҡ Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондарында насар һауа шарттары хаҡында хәбәр итә. Интернет киңлектәрендә Салауат, Бөрө, Бәләбәй,Дүртөйлө ҡалаларында  ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы хаҡында мәғлүмәттәр, фото, видеояҙмалар бар. Ҡотҡарыусылар был көндәрҙә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Алина Ғәниева, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Бөгөн республиканың күп төбәктәрендә һауа торошоноң боҙолоуы күҙәтелә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар ҡатыш ямғыр яуыу һөҙөмтәһендә  машиналарҙың тәҙрәләре ҡапланып күреү һәләте юғала. Шуға күрә был көндәрҙә водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡырабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта телефондан  112 номерын йыйырға кәрәк».
Әммә тәжрибә  күпселектең  иҫкәртеү иғландарына битарафлығын иҫбатлай. Күптән түгел Ырымбул өлкәһендә буранда юлға сығыусыларҙың һәләк булыуы шуға асыҡ миҫал.  Шуға күрә «Башавтотранс» предприятиеһы бөгөн  юлдар ҡапланған төбәктәргә автобус маршруттарын туҡтатҡан.
Сергей Паскин, «Башавтортранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары: «Беҙ бөгөн иртәндән үк Ырымбур йүнәлешендәге бөтә автобус маршруттарын туҡтаттыҡ, төшкә ҡарай ваҡытлыса Стәрлетамаҡ яғына ла хәрәкәтте сикләп торорға тура килде. Сөнки был төбәктәрҙе юлдарҙы ҡар ҡаплауы һәм хәрәкәт ҡатмарлашыуы хаҡында мәғлүмәттәр алдыҡ».
Әле ҡотҡарыусылар ҙа, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтттәр ҙә  көсөргәнешле режимда эшләй. Әммә шулай ҙа тәү сиратта халыҡ үҙе уяулыҡ һаҡларға тейеш.  Яҡшы хужа этен дә урамға сығармаҫ   тип тап ошондай көн хаҡында әйтеүҙәре барыбыҙға ла яҡшы мәғлүм.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр үткән көндәрҙә яуған ҡарҙы таҙартып та өлгөрмәне, бөгөн тәбиғәт йәнә сираттағы һынауын ебәрҙе. Көнө буйы тиерлек яуған ҡар бөтә донъяны аҡлыҡҡа күмде. Ҡарҙан айырыуса ҡала ситендә һәм шәхси секторҙа йәшәүселәр ыҙа сигә. Улар ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға ҡалһа, тиҙ ярҙам хеҙмәттәре үтеп инә алмаҫ тип  борсола. Сөнки бындай урындарға транспорт менән генә түгел, йәйәүләп тә үтерлек түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика