Мәсеттәр һаны буйынса Баймаҡ районы тәүге урындарҙы биләй 08.08.2014

Төбәктә барлығы 60-лап иман йорто бар. Әле Икенсе Этҡол ауылында ла яңы мәсеттә төҙөлөш дауам итә. Изге йорттарҙың көндән көн артыуы, халыҡтың иманға килеүенең бер күренеше ул.  

Икенсе Этҡол  ауылындағы мәсет  ауыл Советы бинаһы урынына 1997 йылда һалынған  булһа, уның яңыһы Рәжәп һәм Талы йылғалары араһындағы ҡалҡыулыҡта төҙөлә. Ауыл халҡы әйтеүенсә, урынды ауыл ҡарттары һайлаған. Иман йортон һалыуға ошо ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең ярҙамы ҙур булды, ти улар. Урындағы эшҡыуар  ҙа төҙөлөш материалдары бүлгән һәм матди ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ халыҡтан  саҙаҡаға йыйылған аҡса ла иман йортон төҙөүгә тотонолған.
Ауылда  дини йолалар һәм байрамдар үткәрелеп тора, халыҡ  күпләп йома намаҙҙарына йөрөй,  йәштәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалмай.
Иман йортон төҙөүҙе Ҡорбан байрамына  тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.  Ошондай дини йорттар халыҡтың иманға килеүенә әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең нығыныуына булышлыҡ итер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика