Мәсетле районы Ғүмәр ауылы йорттарының береһен аҡҡош үҙ иткән

Мәсетле районы Ғүмәр ауылы йорттарының береһен  аҡҡош үҙ иткән 24.11.2015

Әлегә ирекһеҙҙән. Беҙҙең редакцияның ватсапп хәбәрләшеү һандарына килгән  мәғлүмәткә ярашлы, ҡоштоң ҡанаттары йәрәхәтләнгән. Күрәһең, ул йылы яҡҡа китеп барышлай яраланған һәм сәфәрен артабан дауам итә алмағас ҡоштар тубынан тороп ҡалған. Аҡҡошто Әй йылғаһында  Ғүмәр ауылы балыҡсылары  таба. Йәрәхәтләнгән ҡош кешегә ярҙам һорап тигәндәй үҙе йөҙөп килә.  

Редакцияның  ватсапп хәбәрләшеү  һандарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.   8 937 300 20 23.  Әгәр ҙә  ҡыҙыҡлы ваҡиға шаһиты булһағыҙ,  беҙгә ошо һандар буйынса хәбәр итә алаһығыҙ. Көтөп ҡалабыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика