Мәрхәмәтлек акцияһы

Мәрхәмәтлек акцияһы 04.09.2015

Башҡаланың өс рестораны берләшеп, «Ихлас йөрәк»  хәйриә фондына ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам маҡсатынан аҡса күсергән. Был аҡсалар балаларҙы кейем-һалым менән тәьмин итеүгә тотонола.

Өфөнөң социаль приютында тәрбиәләнеүсе утыҙҙан ашыу бала аяҡ кейеме магазинында күңеленә оҡшаған аяҡ кейемдәре һайланы. Сифатлы,йылы, уңайлы итектәрҙе,ҡышҡы ботинкаларҙы  һайлашырға балаларға тәрбиәселәр ҙә ярҙам итте. Башҡаланың хәлле предприятиелары тарафынан ойошторолған акция "Ихлас йөрәк" хәйриә фонды аша үтә.
Геннадий Симонов, Өфө ҡалаһының социаль приют директоры: «Был фонд быйыл ғына эшлй башланы. Хәйриә акцияһын ойоштороусылар менән өсөнсө йыл хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар балаларға бүләктәр тапшыра, Рәсәй эстрада йондоҙҙарының концертын ойоштора».
Йылы итектәрҙең үҙҙәренә оҡшаған моделдәрен һайлаған бала-сағаның ҡыуанысы сикһеҙ.
Вика, хәйриә акцияһында ҡатнашыусы: «Был итектәр шундай матур.Биҙәктәре ҡупшы. Эсендә йомшаҡ,йылы йөнө лә бар».
Милена,  хәйриә акцияһында ҡатнашыусы: «Мин был  ҡупшы итектәрҙе һайланым. Беҙгә бүләк биреүсе фондҡа рәхмәт».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку