Мәҙәниәт усаҡтары яңыртыла 12.07.2014

«Нефтсе», хәҙер «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Нестеров исемендәге музей, опера һәм балет театры һәм Когресс-холл да күләмле халыҡ-ара саралар алдынан төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Уларҙың инфраструктураһын күптән яңыртыу талап итә ине. Ниһәйәт, эштәр башланды, тиҙҙән улар сафҡа инә башларға ла тейеш тип билдәләй белгестәр.

 Быға тиклем баш ҡалалағы конгресс-холл бинаһы күптәргә сауҙа һәм ял итеү урыны булараҡ таныш булһа, 2015 йылда объектта эштәр бөтөүгә ул халыҡ-ара сәйәсәт үҙәгенә әйләнәсәк. Саммит барышында конгресс-холл бер үк ваҡытта 3 мең делегат һәм ҡунаҡты ҡабул итә аласаҡ. Төрлө ил вәкилдәрен урынлаштырыр өсөн бында бүлмә майҙанын үҙгәртеүгә һәләтле күсермәле панелдәр ҡулланыла. Ә бына Нестеров исемендәге сәнғәт музейында эштәр ахырына яҡынлаша, киләһе аҙнала мәҙәниәт усағының фонды яңы һаҡлағысҡа күсә башлаясаҡ. Бында әҫәрҙәр махсус шарттарҙа тотола, уларға хатта янғын да ҡурҡыныс түгел. Картиналар һаҡланған бинала шулай уҡ күргәҙмә залдары ла буласаҡ. Элек күп кенә картиналарға экспозицияла урын етмәһә, хәҙер хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Музей хеҙмәткәрҙәренең дә эше еңеләйә. Башҡорт опера һәм балет театрын да күләмле үҙгәрештәр көтә. Бинаның тышы иҫке буяуҙан таҙартылған, хәҙер уның стеналары ҡыҙыл кирбес төҫөндә буласаҡ. Шулай уҡ театрҙың 1987 йылдан алмаштырылмаған инженер селтәрҙәре тулыһынса яңыртыла. Ләкин барыбер ҙә иң ҡыҙыҡлы үҙгәрештәр сәхнәлә. Декабрь айында ишектәрен асҡан театрҙа тамашасыны заманса яҡтыртыу, тауыш системалары көтә. Сәхнә иһә тулыһынса үҙгәртелә, бында 20 күтәрелмәле майҙансыҡ була, улар төрлө декорацияларҙа алмаштырасаҡ тип көтөлә. Әлбиттә, опера театрында тауыш сифаты. Белгестәр уны һаҡлап ҡалырға вәғәҙә итә. Акустикаға бөтә нәмә йоғонто яһай, балаҫ булһынмы, стена ҡатламы мы. Театрҙа төҙөкләндереү башланғанда беҙ тауыш өлгөһөн яҙып алдыҡ, эштәр тамамланғас та тауыш яңғырауы шул уҡ ҡаласаҡ. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ла төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу бара. Бында иһә төп баҫым концерт залының акустикаһын яҡшыртыуға яһала. Яңы панелдәр урынлаштырылып, залдың формаһы үҙгәртелгәс, сәхнәләге тауыш бер ниндәй көсәтеүһеҙ ҙә яҡшы ишетеләсәк, тип белдерә төҙөүселәр. Яңыртылған концерт залы ноябрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика