Мәҙәниәт ҡитғаларҙы берләштерә

Мәҙәниәт ҡитғаларҙы берләштерә 03.11.2014

Мадагаскар утарауынан килгән Селестин Раэриндзатуву был хәҡиҡәтте үҙ миҫалында иҫбатлай. Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты  алтынсы йыл инде  башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнә.

Инглизсә, русса, башҡортса. Селестин Раэриндзатуву  төрлө милләт бейеүҙәрҙен өйрәтеүҙән тыш, ошо  халыҡтарҙың  теленә лә ҡыҙыҡһыныу уята. Мадагаскар егете Башҡортостанға  6  йыл элек килгән, Өфө авиация техник университетында юғары белем алған. Әле Селестин аспирант, шулай  уҡ уны спортсы, музыкант, шоумен тип атарға мөмкин. Селестин өсөн энергия сығанағы - ижад.  Егетте донъя халыҡтарының мәҙәни  байлығы илһамландыра.  Ул йыш ҡына  Африка йәки төрөк барабандарында шоу ойоштороп ала. Был музыка ҡоралдарын ҡурай менән  ҡушып ҡараған.
Әле  Селестин   Башҡортостан юлдаш телевидениеһында  «Башҡорт телен өйрәнәм»  тапшрыуында ла ҡатнаша.  Лингвистик тәжрибә лә  Мадаскар егете менән бергә тағы дүрт кеше  башҡорт телен өйрәнә.  Селестин был донъяла мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ тип иҫәпләй. Теләк булғанда  айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була. Башҡорт телен үҙләштереүҙә тәүге уңыштар  бар ҙа инде.
Селестин үҙен  донъялағы иң бай кеше тип һанай. Сөнки уның күңел һандығы  Ер шарындағы төрлө милләт кешеләренең теле һәм мәҙәни  менән тулы.
Селестин яҡын киләсәктә Мадагаскарға әйләнеп ҡайтырға уйламай, аспирантураны тамамлайһы, яңы йыр-бейеүҙәр  өйрәнәһе бар. Ә  ғилми эҙләнеүҙәргә, ижадҡа илһамды тарих төпкөләнән,  халыҡтың  милли-мәҙәни  хазинаһынан ғына алырға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку